Тантананы сараны Абзай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы З. Камалов асты. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мө- хәмәтдинов сәләмләне. Абзай ауылы урта мәктәбе директоры В. Миңлейәрова Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса мәктәп тәҙрәләрен яңыртыуға өлөш индереүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Байрамға хужалар яҡта- шыбыҙ, райондың Почетлы гражданы Радил Ҡыяметдин улы Мөхәмәтдиновты саҡыр- ғайны. Ул 1961 йылда, 25 йәшендә Абзай һәм Мәсәк ауылдары ингән С. Юлаев исемендәге колхозды етәкләй. Биш йыл рәйес булып эшләү осоронда колхозды алдынғы хужалыҡтар иҫәбенә алып сыға, кешеләрҙең күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра. Зал уның сығышын тын да алмайынса тыңланы, артабан өлгәшкән ҡаҙаныштарына һоҡланды. Колхоз агрономынан республика Хөкүмәте ағзаһына тиклемге 60 йыллыҡ данлы хеҙмәт юлы үткән ул. Күкрәген ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Салауат Юлаев ордены, “Почет билдәһе”, башҡа наградалар биҙәй. Ветеран был көндө урындағы мәктәптә булды, музей экспонаттары менән танышты, халыҡ менән әңгәмәләште. Музейға бүләккә Радил Ҡыяметдин улы үҙенең китаптарын – хәтирәләрен һәм ғилми хеҙмәттәрен бүләк итте. Ул бөгөн дә яҡташтары тураһында уйлап йәшәй. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен күтәреү өсөн, ауылда кооперацияны үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләй. Осрашыуға Р. Мөхәмәтдиновтың ул йылдарҙа Абзай ауылы ФАП-ында фельдшер булып эшләгән тормош иптәше Сара Шәмсетдин ҡыҙы ла килгәйне. Ветерандар иғтибар үҙәгендә булды. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тип юҡҡа ғына әйтелмәй халыҡта. Ветеран-педагог С. Исмәғилева өлкән быуын исеменә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Күпселек ветерандар беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Ләкин халыҡ хәтере тере. Кешеләр өсөн, ауылы өсөн, яҡты киләсәк хаҡына эшләүселәрҙе беҙ һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән иҫкә аласаҡбыҙ,” – тине Сажиҙә Ахун ҡыҙы. Башҡортостан Респуб- ликаһы мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Нурмө- хәмәт хәҙрәт Ниғмәтул- линдың, диниә назаратының мәғлүмәт бүлеге мөдире А. Әбдрәхимовтың, Өфө ҡалаһы “Рамаҙан” мәсете имам-хәҙрәте Рәжәптең байрамды ҡатнашыуы Абзай ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Тантананы ойоштороусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалап, “Һеҙ Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан изге ғәмәлдәрҙе башҡараһығыҙ. Сөнки ата-әсәне хөрмәт итеү, оло йәштәгеләрҙе ололау – Ислам динендәге иң изге төшөнсәләр. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн, беҙ берләшергә тейешбеҙ. Әгәр быны булдыра алһаҡ, иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарыбыҙҙы ла һаҡлап ҡалырбыҙ,” – тине мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт. Имам-хатип Рәжәп, иман – ул өгөт-нәсихәт, тип билдәләне. “Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ изге ғәмәлдәр башҡарырға, ата- әсәләрен һәм өлкән быуынды ихтирам итергә, ғаилә ҡорорға, бәхетле булырға, ғилемен байытырға, хеҙмәт яратырға тейеш. Кеше хеҙмәте менән матур,” – тине ул. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр управляющийы О. Ғималова юбилярҙарға һәм байрамдың ҡунаҡтарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Өлкән быуын вәкилдәре исеменән М. Кәримова сығыш яһаны. Артабан барыһы ла бергәләп ауыл мәсетенә юл тотто. Бында уларҙы имам-хатип, мөхтәсиб Ғәбделҡәүи ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы менән һыйланылар. Был көндө ветерандарҙың ҡыуанысы сикһеҙ ине. “Беҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәре, яҡшы һүҙҙәре өсөн, З. Камаловҡа, О. Ғималоваға, ихтирам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар йәш быуынға яҡшы өлгө күрһәтә. Йәштәрҙә патриотизмды бына ошолай тәрбиәләргә кәрәк,” – тине ветерандар.