Уның тураһында үткән заманда һөйләү яҡындарына, туғандарына, дуҫтарына ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, тормош хәҡиҡәте аяуһыҙ – 27 сентябрҙә Элеонора Ансар ҡыҙының ҡаты сирҙән яҡты донъянан китеүенә ярты йыл булды. Ә бит уға ни бары 51 йәш ине… Элеонора Йүкәлекүл ауылында китапханасы Фәғилә һәм колхоз рәйесе Ансар Шакировтарҙың биш балалы ғаиләһендә төпсөк ҡыҙ булып донъяға килә. Башҡорт дәүләт университе- тының татар филологияһы факуль- тетын тамамлап, Элеонора Ансар ҡыҙы Яңауыл ҡалаһының ярҙамсы мәктәбендә тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан үҙенең тыуған ауылына ҡайтып, уҡытыу эшенә тотона, бер нисә йыл завуч булып эшләй. Балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләү тәжрибәһен йыйған белгес үҙ көсөн яңы өлкәлә һынап ҡарарға була. 1994 йылда Өфөгә килеп, Орджоникидзе районы эске эштәр бүлегенә дознаватель булып урынлаша. Һынау срогын яҡшы үткәс, Силәбе ҡалаһының енәйәт эштәрен тикшереү бүлегенә тикшереүсе итеп күсерелә. Уға, педагог булараҡ, бәлиғ булмағандар менән эшләүҙе ышанып тапшыралар. Тырыш хеҙмәткәр юриспруденция өлкәһен тиҙ арала үҙләштерә, һәр эшен еренә еткереп, нәтижәле итеп башҡарып сыға. Бер үк ваҡытта Силәбе дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Тәфтишсе эше – еңелдәрҙән түгел. Тәрән белемдән тыш, ул ныҡышмалылыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә. Тикшереү эксперименттары, һорау алыу – быларҙың барыһына ла бик күп көс-энергия китә. Ләкин батыр йөрәкле ҡатын аҡыл етмәҫлек енәйәт эштәрен үҙ елкәһенә һәм намыҫына алыуҙан ҡурҡмай. Эске эштәр органда- рында хеҙмәт итеү ауыр булһа ла, уға эше ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тормошобоҙҙа ғүмер буйы ғаиләлә йәбер-золом күргән, үҙ хоҡуҡ- тарын яҡлай алмаған ҡатын- ҡыҙҙар бар. Улай ғына ла түгел, йәмғиәтебеҙҙә төрлө ғәҙелһеҙ- лектән ғазапланған кешеләр бихисап. Нәҡ бына шуларға ярҙам итеү теләге мине юриспру- денцияға алып килде лә инде, – ти ул. – Дознаватель булып эшлә- гәндә үк дөрөҫ юл һайлағаныма инандым. Башта ваҡ-төйәк урлашыу, хулиганлыҡ осраҡтарын тикшерергә өйрәндем. Унан етдиерәк эштәргә тотондом. Беҙҙең эштең бизмәне – дөрөҫлөк, ғәҙеллек юлына сығыу, ғәйепте дөрөҫ асыу, ғәйеплене табыу. Ҡайһы ваҡытта гөнаһһыҙ кешегә шик аталар. Һин уны күңел күҙе менән күрергә, кешенең психологияһын аңларға, кес кенә деталдәргә лә иғтибар итергә тейешһең. Яҙмыштар менән эш итеү еңел була алмай. Шөкөр, мин үҙ эшемдең һәр баҫҡысында ҡуйылған мәсьәләнең дөрөҫ сиселешен таптым, ентекле тикшереүҙәр дөрөҫ нәтижәләргә алып килде”. Йылдар үтеү менән тәжрибәһе һәм оҫталығы арта бара. Элеонора Ансар ҡыҙы юстиция подпол- ковнигы дәрәжәһенә үрләй. 2013 йылдың ноябрендә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Силәбе өлкәһе енәйәт эштәрен тикшереү бүлегенең айырыуса мөһим эштәр буйынса тикшереүсеһе вазифаһын башҡара. Бизнестағы ҙур күләмле махинациялар, күпләп наркотиктар һатыу, төркөмдәр менән һөжүм итеү – көслө рухлы ҡатынға быларҙың барыһы менән дә шөғөлләнергә тура килә. Эске эштәр органдарында 20 йылға яҡын эшләү осоронда тәфтишсе Э. Шакированың ҡулдары аша әллә нисә тиҫтә енәйәт эше томдары үтә. Тырыш хеҙмәте өсөн наградаларға, рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Яҙмыш һынауҙары етерлек була уның алдында. Ләкин был һынауҙар уны бирешмәҫкә, ғәҙеллекте табырға һәм иҫбат итергә өйрәтә. Улы Тимурҙы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Әйткәндәй, Силәбе дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын тамамлап, бөгөн улы инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй, ғаиләһе менән Силәбе ҡалаһында йәшәй. Ниндәй генә дәрәжәләргә ирешмәһен, Элеонора Ансар ҡыҙы тыуған яғын, тыуған нигеҙен онотмай, уңайлы ваҡыт сығыу менән Йүкәлекүлгә ашыға. “Уға ғәҙеллеккә ынтылыу, миһырбанлылыҡ кеүек сифаттар хас ине. Тыштан йомшаҡ, наҙлы, нәфис күренһә лә, ауырлыҡтарға сыҙам, ҡыйыу рухлы, ғәйәт эшһөйәр булды. Кешеләргә асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, күңеле таҙа ине,” – тип хәтергә ала дуҫтары һәм таныштары. Э. Шакированы һуңғы юлға тыуған ауылында оҙаттылар. Туғандары һәм яҡындары барлыҡ ауылдаштарына, Элеонораның класташтарына, ярҙам күрһәткәндәре өсөн, сикһеҙ рәхмәтле.