Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2018, 16:42

ХӨРМӘТЛЕ АТА-ӘСӘЛӘРҘЕҢ ЛАЙЫҠЛЫ БАЛАЛАРЫ

Быйыл Үрге Ҡыйғы һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдары 315 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләй. Беҙ ошо датаға арналған материалдар серияһын башлайбыҙ. Билдәлелек яулаған яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйәсәкбеҙ.

Быйыл Үрге Ҡыйғы һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдары 315 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләй. Беҙ ошо датаға арналған материалдар серияһын башлайбыҙ. Билдәлелек яулаған яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Ғаилә тәрбиәһе – балалар өсөн киләсәк нигеҙе. Нәҡ ғаиләлә һалынған ҡиммәттәр тормош буйлап атларға, алда торған маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә. Балалар – үҙ ата-әсәһенең дауамы һәм сағылышы, ата-әсә һүҙҙәр менән генә түгел, үҙ өлгөһөндә эштәр менән дә тәрбиә бирә, маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмал, хеҙмәт һөйөүсән булырға өйрәтә. Редакция.

Түбәнге Ҡыйғы урмәктәбендә яҡташтарыбыҙ, Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе вәкилдәре – Лиза Ҡыям ҡыҙы һәм Радил Ҡыяметдин улы менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа Радил ағайҙың улдары Ирек менән Шамил, ейәндәре Рафаэль, Дима һәм Тимур ҡатнашты. Радил Ҡыяметдин улының аралашыу- санлыҡ, ҡәтғилек, талапсанлыҡ, яуаплылыҡ, тәрән белемлелек кеүек сифаттарын улдары ла ҡабул итеп алған. Уларҙың кешеләргә ҡарата кеселекле, илтифатлы, изгелекле, оптимистик рухлы булыуҙары һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта улар тормошта, үҙ һөнәрҙәрендә ҙур уңыштарға ирешкән. Радил Ҡыяметдин улы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда Ҡыйғы районының Салауат Юлаев исемендәге колхозы рәйесе булып башлай. Һуңынан КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты беренсе секретары, 17 йыл Салауат районы, һуңынан Тәтешле районы хакимиәте башлығы була. 1975 йылда ауыл хужалығы фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 1980–1990 йылдарҙа БАССР Агропромсоюзы рәйесе беренсе урынбаҫары, артабан ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй, Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитетын етәкләй. 2001 йылда БР Президенты ҡарамағындағы БАГСУ составына ингән юғары хужалыҡ кадрҙары мәктәбе директоры вазифаһына тәғә- йенләнә. Профессор бер нисә уҡыу әсбабы авторы ла булып тора. Ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Почет билдәһе”, Салауат Юлаев ордендары менән наградланған, Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ҡыйғы һәм Салауат райондарының почетлы гражданы исемдәренә лайыҡ булған. Лиза Ҡыям ҡыҙы – бөтә ғүмерен балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға арнаған химия уҡытыусыһы. РФ-ның Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре булып тора, ике тапҡыр Сорос фонды премияһы менән бүләкләнгән, Сорос уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған. 2002 йылда “Уҡытыусының һүнмәҫ даны” миҙалын, 2010 йылда БР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы, ә 2016 йылда РФ- ның Халыҡ уҡытыусыһы исемдәрен ала. Уның уҡыусылары – химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы республика этабы еңеүселәре, йомғаҡлау этабы призерҙары. Радил менән Лиза ете бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Аталары Ҡыяметдин Мөхәмәтдин улы белемле кеше була, революцияға тиклем үк “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлай, ғәрәпсә һәм латинса уҡый-яҙа белә. Өс һуғыш – Беренсе Бөтә донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары аша үтә. Тыныс ваҡытта колхозда бригадир булып эшләй. Дин тотоусы кеше булараҡ, ауылда мулла сифатында барлыҡ дини йолаларҙы башҡара, бик абруйлы кеше була. Әсәләре Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы – Ҡыяметдин Мөхәмәтдин улының икенсе ҡатыны – үҙенең 5 балаһы менән бергә иренең тәүге никахтан тыуған ике балаһын тәрбиәләп үҫтерә. Ауыр 30-сы һәм 40-сы йылдар барыуын, һуңынан һуғыш башланыуын иҫкә төшөрһәң, ете баланы туйын- дырыу, кейендереү һәм тәрбиәләү өсөн уға күпме көс, сабырлыҡ һәм фиҙакәрлек талап ителеүен күҙ алдына килтерергә була. Фәриҙә апай бик етди һәм талапсан, эшһөйәр ҡатын була. Шул уҡ ваҡытта кешеләр менән аралаша, уртаҡ тел таба, үҙ ғаиләһе мәнфәғәттәрен яҡлай белә. Кулактарҙы бөтөрөү осоронда ғаиләне һөргөнгә ебәреү тураһында ҡарар сыҡҡас, ҡыйыу ҡатын төрлө инстанциялар буйлап бик күп йөрөй, үҙ ғаиләһенә ҡағылышлы ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыуға, колхозға инергә рөхсәт алыуға өлгәшә. Ә бына һеңлеһе Шәмсиәне ғаиләһе менән Иркутск өлкәһенә һөргөнгә оҙаталар. Фәриҙә апайҙы ауылда бик ихтирам итәләр, күпселек ҡатын- ҡыҙҙарға бәпесләргә ярҙам итә, күптәрҙең “кендек әбейе” була, үләндәр менән дауалай ҙа белә. Ул хәстәрлекле балалары һәм ейәндәре эргәһендә 100 йәшкә еткәнсе тиерлек оҙон ғүмер кисерә. Радил Ҡыяметдин улы “Йәшәйем һәм онотмайым” исемле хәтирәләр китабында үҙенең ата-әсәһе тураһында ҙур ихтирам һәм һөйөү менән яҙа. Дәһшәтле һуғыш йылдарын әсәһенең ныҡышмал, көслө рухлы, ихтыярлы булыуы арҡаһында ғына имен-аман кисереүҙәрен бәйән итә. “Мин әсәйемдән – маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормау, ә атайымдан белемгә ынтылыш кеүек сифаттарҙы ҡабул итеп алдым,” – тип һөйләй Р. Мөхәмәтдинов. Ул йылдарҙа Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәктәбе ете йыллыҡ була. Радил менән Лиза Үрге Ҡыйғы мәктәбендә уҡыуҙарын дауам итә. Мөхәмәтдиновтарҙың ете балаһының дүртеһе йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһен һайлай. Сәүҙә, Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, Түбәнге Ҡыйғы мәктәбе эргәһендә һуғыш йылдарында етем балалар өсөн булдырылған балалар йортонда оҙаҡ йылдар эшләй. Шәһәрбаныу менән Ғәптрәүеф Мәсәғүт педагогия институтын тамамлай, Шәһәрбаныу телсе була, Ғәптрәүеф уҡытыусынан алып мәктәп директорынаса, һуңынан партияның Бөрйән районы комитеты секретарынаса үрләй. Нурия балалар баҡсаһында тәрбиәсе була, Сания оҙаҡ йылдар колхозда эшләй. Һуғыштан һуң дингә ҡаршы репрессиялар башлана. Ҡыяметдин Мөхәмәтдин улының бер туған һеңлеһенең ирен, дин әһеле булараҡ, ҡулға алалар. Уны атыуҙары тураһында хәбәр килгәс, Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы кисекмәҫтән аҙыҡ-түлек йыя (ауылдаштары ла ярҙамлаша) һәм, етем ҡалған 7 кесе туғанын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн, йәйәүләп Лаҡлы ауылына юллана. Салауат районы Лаҡлы ауылына тиклем юл 70 саҡрым була. Көслө һалҡындан, бүреләрҙән ҡурҡып тормайынса, Фәриҙә апай туғандары эргәһенә барып етә һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙамлаша. Лиза Ҡыям ҡыҙы үҙе лә апаһы Сәүҙә сирләп киткәс, бар эшен ташлап ауылға ҡайта һәм уға хужалыҡ эштәрендә, балаларын ҡарарға ярҙам итә. Ихлас ярҙамсыллыҡ, изгелеклелек Мөхәмәтдиновтарҙың барыһына ла хас. Лиза Ҡыям ҡыҙының изгелеклелеге балаларға ҡарата һөйөүҙә асыҡ күренә. Ул һәр баланы шәхес булараҡ ҡабул итә. Төплө белем биргәне, аңлы мөнәсәбәте, яҡшылығы өсөн йөҙәрләгән уҡыусылары рәхмәтле булып ҡала. Унда кешеләргә ихлас ярҙамлашыу теләге көслө. Түбәнге Ҡыйғы ауылының проблемаларын, үҙ проблема- ларылай күреп, хәл итергә тырышҡаны өсөн, ауылдаштары уға сикһеҙ рәхмәтле. Мәҫәлән, нәҡ уның ярҙамы менән Түбәнге Ҡыйғыла дауалау амбулаторияһы һаҡланып ҡалды. Радил Ҡыяметдин улы рух ныҡлығы, ныҡышмалылыҡ, маҡ- сатҡа ынтылыусанлыҡ, эшһө- йәрлек, шул уҡ ваҡытта кеше- леклелек, әҙәплелек, аңлы мөнә- сәбәт һәм ҡараш талап ителгән вазифаларҙы биләй. Ғаиләлә һалынған иң яҡшы сифаттары арҡаһында һәр ерҙә халыҡ ихтирамын яулай. Ирек Радил улы бәләкәйҙән физика менән ҡыҙыҡһына. 8-се класҡа уны конкурс һөҙөмтәһе буйынса Мәскәүгә һәләтле балалар өсөн асылған Колмогоров исемендәге мәктәп-интернатҡа саҡыралар. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай, Ҡазан ҡалаһында Дәүләт ҡулланма оптика институтында инженер булып эшләй. Артабан инженер һөнәрен бухгалтер һөнәренә алмаштыра, Ҡулланыусылар кооперацияһы институтында икенсе юғары белем ала һәм банк өлкәһендә эш башлай. Ирек Радил улы “Уралсиб” банкыһы вице-президенты була, 2011– 2016 йылдарҙа “Россельхозбанк” ААЙ-һының Башҡортостан төбәк филиалына идара итә, 2016–2018 йылдарҙа БР премьер-министры урынба-ҫары вазифаһын биләй. Шамил Радил улы Башҡор- тостан ауыл хужалығы инсти- тутының агрономия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Байконур космодромында хәрби хеҙмәт үтә. 90-сы йылдар аҙағында икенсе юғары белем – юридик белем ала. Оҙаҡ ваҡыт БР Ҡоролтайында эшләй, ауыл хужалығы өлкәһендәге закондар менән шөғөлләнә. БР Башлығы Хакимиәтенең дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығын етәкләй. 2016 йылда Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы итеп тә- ғәйенләнә. БР Президенты Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Осрашыу бик йылы атмос- ферала үтте, урындағы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары концерт әҙерләгәйне. Лиза Ҡыям ҡыҙы тыуған яғына арнап яҙған шиғырҙарын уҡыны. Радил Ҡыяметдин улы мәктәпкә китаптар бүләк итте, спорт кәрәк- яраҡтары һатып алыуға спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте. Осрашыу аҙағында мәктәп территорияһында зәңгәр шыр- шылар ултыртылды. Был ағастар Мөхәмәтдиновтарҙың татыу һәм ныҡлы ғаиләһен хәтерләтеп, ауылды биҙәп үҫһен.
Н. Богданова,

Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе
директоры.

Автор фотолары.
Читайте нас: