Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2018, 16:40

УҠЫТЫУСЫ БАЛАЛАРҒА БЕЛЕМ, АҠЫЛ ҺӘМ ЯҠШЫЛЫҠ ӨЛӘШӘ

5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө

Районда һәләтле педагогтар бик күп. Улар уҡыусыларға төплө белем бирә, эштәрендә юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Иҫке Мөхәмәт ауылы урта мәктәбе биология уҡытыусыһы Светлана Харисова ошондайҙарҙың береһе.

Светлана Вәрис ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен бәләкәйҙән үҙ итә. “Беҙҙе башланғыс кластарҙа Гөлфира Абзал ҡыҙы Нәсибуллина уҡытты, унан ниндәйҙер яҡтылыҡ бөркөлгәндәй ине. Беҙ класс менән уға ғашиҡ инек, уға оҡшарға тырыштыҡ, ҙур ихласлыҡ менән уҡыныҡ. Өлкән кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Сара Хәким ҡыҙы Ғәниева, башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы, класс етәксебеҙ Зилә Рафаэль ҡыҙы Ғәлиуллина минең өсөн маяҡ булып торҙо,” – тип хәтерләй бөгөн С. Харисова. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын Балаҡатай районы Айғыръял ауылы мәктәбендә башлай. Һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Ҡайтанан квалификация үтеп, биологиянан белем биреүгә тотона. Бына 15 йыл инде ошо фәндән уҡыта, 10 йыл мәктәп эргәһе участкаһы мөдире булып тора. Ҡайындар, ҡыҙыл һәм ҡара миләш, алма ағастары, сейә ҡыуаҡтары уратып алған 0,48 га участкала картуф һәм башҡа төр йәшелсә, дарыу үләндәре, ер еләге үҫтерелә. Быйыл 320 кг картуф, 50 кг һуған, 130 кг сөгөлдөр, 100 кг кишер йыйып алғандар. Иҫке мөхәмәттәрҙең айырым ғорурлығы – иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күҙҙең яуын алған сәскә түтәлдәре. Уҡыусылар педагог етәкселегендә сәскә атыусы үҫемлектәрҙән ғәжәйеп утрау булдырған. “Беҙ ҡышын уҡ эштәрҙе башлайбыҙ. Үрсетмәгә петуния, астра, сальвия, һуңыраҡ инде арыҫлан ауыҙы, бәрхәт гөл, циния орлоҡтарын сәсәбеҙ. Тәрбиәләнеүселәрем күп йыллыҡ сәскәләрҙе үҫтерергә лә ярата. Яҙын этаплап участкаға алдан уйланылған схема буйынса үрсетмәләрҙе күсереп ултыртабыҙ. Балалар үҙ идеяларын да тәҡдим итә,” – тип һөйләй педагог. Бөгөн участкала сәскә орлоҡтары йыйыла, улар артабан таҙартыласаҡ һәм сорттарға айырыласаҡ, кәрәк булһа, киптереләсәк. “Йәйен беҙ сәскә атыусы үҫемлектәрҙең иң яҡшыларын билдәләп ҡуябыҙ, һуңынан уларҙан орлоҡ алабыҙ,” – тип тәжрибә уртаҡлаша ул. Мәктәп эргәһе участкаһы район конкурстарында һәр саҡ призлы урын яулай. “Светлана Вәрис ҡыҙы – ғәжәп эшһөйәр кеше, үҙ эшен һәм балаларҙы бик ярата. Уҡыусыларҙа дәрт уята белә, уның уҡыусылары ҡыҙыҡһыныусан, яуаплы, әүҙемдәр, барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашалар, тикшеренеү эше менән шөғөлләнәләр. Быйыл “Йәш натуралист” Бөтә Союз конкурсының республика этабында 9-сы класс уҡыусыһы В. Сәғитов, ташҡабаҡ сорттарын һынау буйынса тикшеренеү эше тәҡдим итеп, 3-сө урын алды. Шулай уҡ Р. Харисованың уҡыусылары биология буйынса район һәм республика олимпиадаларында һынатмай, берҙәм дәүләт имтиханы, төп дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн биология фәнен һайлай. Бөгөн уның сығарылыш уҡыусылары Гөлнара Фәхретдинова менән Батыр Йәнтурин Башҡорт дәүләт медицина университетында уңышлы уҡып йөрөй, күптәре медицина колледжын һайлаған,” – тип һөйләй педагог тураһында мәктәптең директоры Гөлнур Фларит ҡыҙы Фәхретдинова.
Л. Саҙретдинова.
С. Исмәғилева фотоһы.


Читайте нас: