Райондың Почетлы гражданы Вәҡиф Таһир улының тормош юлы тураһында әллә күпме яҙырға була. Уның яҙмышы һуңғы ике быуаттағы тарихи ваҡиғалар менән тығыҙ бәйле. Хеҙмәт юлын Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән башларға тура килә. 11 йәшенән, уҡыуын хеҙмәт менән берләштереп, колхозда эшләй. Оло йәштәге бабайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә ер һөрә, уңышты урып йыя, ҡышын аттар ҡарай, мал аҙығы ташый. “1943 йылдың көҙөндә беҙҙе, өс үҫмерҙе: Рөстәм Фәрхиуллин, Рәфис Әхмәтйәнов менән мине Алағуз ауылына аттар менән ер һөрөргә ебәрҙеләр. Был осор беҙҙең өсөн ҡырыҫ тормош мәктәбе генә булып торманы, еңел булмаған эштә һынатмаҫҡа өйрәтте, тормош тәжрибәһе һәм аҡыл йыйырға ярҙам итте,” – тип хәтерләй ветеран һуғыш йылда- рына тура килгән үҫмерлеген. Уҡытыусылар династияһы вәкиле булараҡ, мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт уҡытыусылар институтында белем ала. Первомайский ауылында – физика һәм математика, Түбәнге Ҡыйғы ауылында математика уҡытыусыһы булып эшләй. Педагогик стажы 19 йыл тәшкил итә. Вәҡиф Таһир улы шулай уҡ ҙур ижтимағи эштәр менән шөғөлләнә, Калинин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары, “Белем” Бөтә союз йәмғиәте пропагандисы һәм лекторы була. 1970 йылда уны Түбәнге Ҡыйғы сельпоһы идара рәйесе итеп һайлайҙар. 1970–1973 йылдарҙа был предприятие коллективы квартал һайын Ҡыйғы район ҡулланыусылар союзының Ҡыҙыл байрағын яулай, ә йыл йомғаҡтары буйынса “Башпотребсоюз” идараһы күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе КПСС-тың район комитеты, район халыҡ депутаттары Советы маҡтау ҡағыҙҙары, социалистик ярыш еңеүсеһе билдәләре менән бүләкләнә. 1973 йылдың көҙөндә В. Таһировты райпотребсоюз идараһы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны 11 йыл башҡара, предприятиены республикала алдынғылар иҫәбенә сығара, бөтә күрһәткестәр буйынса 1–3 урын яулайҙар. РСФСР ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәренең VI съезы делегаты була. Оҙаҡ йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башпотребсоюз” Почет грамотаһы менән наградланған. Художестволы үҙешмәкәрлектә лә ҡатнашырға ваҡыт таба, драма түңәрәгендә уйнай. Халыҡ уны эшлекле, талапсан, әммә кешелекле булғаны өсөн ихтирам итә. Ауыр 90-сы йылдарҙа, дини йолаларҙы башҡарыу өсөн, имам бурыстарын үтәүҙе үҫ өҫтөнә алыуын һорайҙар. Бына 28 йыл инде Түбәнге Ҡыйғы ауылы мосолмандары дини ойошмаһы рәйесе булып тора. В. Таһиров мәхәлләнең имам- хатибы булып 1992 йылдың мартынан хеҙмәт итә. Быйыл уның инициативаһы буйынса мәсет төҙөлөүенә 25 йыл. Алла йорто ҡыҫҡа ваҡыт – 1 йыл да 5 ай эсендә һалына. Бында дини байрамдар, никах туйҙары уҙғарыла, ололар намаҙға йыйыла. Быйыл оло йәштәгеләр көнө лә ошонда уҙғарылған. Имам Исламдың төп терәге булған ғәмәлдәрҙең береһен башҡарған – 2004 йылда Сәүд Ғәрәпстанына хаж ҡылған. Унан ҡайтҡас, ғәрәп телен өйрәнеүгә тотона һәм маҡсатына ирешә. Бөгөн ветеранға 88 йәш, ул һаман да халыҡты изге эштәргә әйҙәй, йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә биреү эшен алып бара. Мәсет эргәһендә йәш имам өсөн торлаҡ йорт төҙөлгән. Ә күптән түгел Вәҡиф Таһир улының инициативаһы буйынса зыярат, ауылдың янғын һүндереү хеҙмәте территорияһы кәртәләп алынған. Әминә Закир ҡыҙы ошо йылдар дауамында тормош иптәшенең ышаныслы таянысы, яҡшы кәңәшсеһе булып тора. Ул – педагогия хеҙмәте ветераны. Таһировтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Энже менән Гөлназ, ата-әсәләре юлын һайлап, педагогтар булып эшләй. Ҡыҙҙары Зөһрә Мәсәғүт ауылында Госстрах системаһында эшләгән, Йәүһәриә – бухгалтер, Таиф – инженер- механик. Вәҡиф Таһир улы умартасылыҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә, бөгөн 14 умартаһы бар. Хеҙмәт һөйөүсән ветерандар көр кәйеф менән, тормошто яратып йәшәй.