Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2018, 13:31

Ярҙарҙы тоташтырып

Ҡыйғы йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күпере ремонтланды.Яҙғы ташҡын ваҡытында Үрге Ҡыйғы ауылындағы Ҡыйғы йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күперенең тимер свайҙары ҡыйшайып, барлыҡ конструкцияһы зыян күрҙе. Ҡыйғы, Октябрь, Ғ. Туҡай, Завод урамдарын тоташтырып тороусы 60 м оҙонлоҡтағы күпер эксплуатация өсөн яраҡһыҙ булып ҡалды. Шул уҡ ваҡытта ауылдың был өлөшөндә район үҙәге халҡының дүрттән бер өлөшө йәшәй.

Үрге Ҡыйғы ауыл Советы күперҙе яҡшы хәлдә тотоу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ошо көндәрҙә объектты капиталь ремонтлау тамамланды. Был маҡсатҡа муниципаль район бюджетынан 500 мең һум бүленде. Эштәрҙе башҡарыуға конкурста “Г. Әхмәтйәнова” шәхси предприятиеһы (“Лидер”) еңеп сыҡты. Дүртәр метрлыҡ яңы 9 свай ҡуйылған, күперҙең яндауырҙары тәртипкә килтерелгән, таҡталары алмаштырылған. Иретеп йәбештереү селәр Йәнтимер Шәрәфетдинов, Нурғәле Мөхәмәҙиев, балта оҫтаһы Азамат Носратуллин ҙур тырышлыҡ менән эшләгән. Яндауырҙарҙы Эльвир Ниғәмәтов менән Спартак Йәннуров буятҡан.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: