Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлаған. 1989–1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты. 1994–2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты өлкән уҡытыусыһы, доценты, деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры. 2003–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерация Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялары менән эш итеү департаменты директоры. 2009–2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. 2017–2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.