Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 17:09

Сәскә ат, Республикам!

9 октябрҙә район мәҙәниәтйортонда Башҡортостандың төпдәүләт байрамына арналғантантаналы йыйылыш һәм концертбулды.

Балалар каласығы
Балалар каласығы
Байрамды асып, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов республика ҡаҙаныштарында район хеҙмәтсәндәренең дә өлөшө булыуын билдәләп үтте. “Беҙ барыбыҙ ҙа республикабыҙҙы граждандары юғары дәрәжәлә социаль яҡланған, халыҡтарҙың сағыу һәм үҙенсәлекле мәҙәниәте үҫешкән ҡеүәтле төбәк итеп күрергә теләйбеҙ. Бергәләп барлыҡ маҡсаттарға өлгәшә алырбыҙ, тип ышанам,” – тине Шамил Радил улы.

Республика етәкселеге исеменән барлыҡ ҡыйғыларҙы байрам менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары И. Мамаев ҡотланы.

Изге традиция буйынса дәүләт байрамы хөрмәтенә район, республика үҫеешенә тос өлөш индереүселәр билдәләп үтелде. Производство алдынғылары, ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының, район хакимиәтенең, Ҡыйғы районы муниципаль район Советының Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Артабан тантаналы сараны райондың барлыҡ мәҙәниәт йорттары һәм клубтары әҙерләгән байрам концерты дауам итте. Йүкәлекүл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Көҙгө моң” халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле концертҡа ҙур йәм өҫтәне. Район мәҙәниәт йортоноң М. Шәрифуллина етәкселегендәге бейеү коллективы башҡарған яҡут бейеүе лә барыһының да күңеленә хуш килде.

Мәҙәниәт йорто фойеһында китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күргәҙмә тәҡдим ителде. Был көндө мәҙәниәт йорто залында халыҡ күп ине. Барыһы ла сараға яҡшы кәйеф менән килгәйне. Сөнки беҙҙең барыбыҙҙы ла республикабыҙға ҡарата уртаҡ һөйөү берләштерә.
Район үҙәгендә Республика көнө хөрмәтенә мәҙәни-күңел асыу сараһы үтте. “Магнит” сауҙа үҙәге алдындағы сәхнәлә район мәҙәниәт йорто коллективы концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ҡыйғыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин тәбрикләне һәм изге теләктәрен еткерҙе. Был көндө ауыл хужалығы йәрминкәһе киң йәйелдерелде. Килеүселәр бал, йәшелсә, емеш-еләк, ит ризыҡтары һатып алды. Төрлө бал биш нөктәлә тәҡдим ителде. Арыҫлан ауылында йәшәүсе Н. Ҡотошов һыйыр ите алып килгәйне, ул бик үтемле булды. Ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә алып ҡалырға теләүселәр ҙә күп ине. Ләүзә ауылын да йәшәүсе А. Нурмөхәмәтов үҙ шәхси хужалығында үҫтергән “Зимовка” һәм “Слава” сорты кәбеҫтәһен тәҡдим итте. “Әй” АПК-һы – бойҙай, “Красный Урал” АПК-һы һоло, умартасылыҡ продукцияһы менән сауҙа итте. “Ф. Закиров” КФХ-һы – һалам һәм ярылған утын, А. Ғиззәтуллин шифалы кәзә ҡымыҙы һатты.
Матбуғат баҫмалары – льготалы хаҡ буйынса.
“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы һәм “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Ҡыйғы филиалы хеҙмәткәрҙәре “Подписчиктар көнө” акцияһын уҙғарҙы. Теләүселәр район һәм республика баҫмаларына льготалы хаҡ буйынса яҙылып ҡала алды.
Йәш һүҙ оҫталары конкурсы.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Республикам – минең ғорурлығым” исеме аҫтында шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда 14 белем биреү учреждениеһынан 48 уҡыусы ҡатнашты. 1–4 кластар уҡыусылары араһында Виктория Тупицина, Гөлзада Ҡолмөхәмәтова, Риана Зөбәйерова, Ләйсән Баһауетдинова, Айһылыу Әхмәтовалар призлы урындарҙы бүлеште. 5–8 кластар араһында Милена Минһажева, Алтынай Садиҡова, Илнар Фазлыев, Аделина Исхҡова, Гөлназ Шәрифуллина айырылып торҙо. 9–11 кластар араһында Илзида Хизбуллина, Руфина Әхмәҙиева, Лиана Мөхәмәтйәнова, Нәзифә Нурмөхәмәтова, Эмилия Рәхимовалар уңышҡа иреште. Марсель Дускаев – “Иң мөләйем башҡарыусы”, Аделина Абдуллина – “Иң лирик башҡарыу өсөн”, Айгөл Низамова “Иң эмоциональ башҡарыусы” номинацияһында билдәләп үтелде.
“Уртаҡ йортобоҙ – Башҡортостан” йәш рәссамдар конкурсы
Шулай уҡ районда республика тураһында иң яҡшы һүрәткә конкурс үтте. “Башҡортостан тәбиғәте” номинацияһында 1–4 кластар араһында – Илназ Солтанов, Ләйсән Ғәлиуллина, Илназ Зарипов, 5–8 кластар араһында Эмилия Зарипова, Регина Йыһанурова, Ралина Хафизова, Диана Ситдиҡова призлы урындарҙы бүлеште. 9–11 кластар араһында Зәйтүнә Ишмөхәмәтова еңеү яуланы. “Башҡортостан символикаһы” номинацияһында 1–4 кластар араһында Диана Шамилйәнова, Азалия Заһретдинова, Рәйлә Әхмәтовалар еңеүгә иреште. 5–8 кластар араһында Виолетта Козлова менән Алһыу Мырҙаҡаева уңышҡа өлгәште. “Башҡортостан халыҡтары әкиәттәре” номинацияһында 1–4 кластар араһында Регина Мөхөтдинова, Диләрә Сабирйәнова, Роксана Фәхрисламова, Валерия Ғибатоваларҙың эштәре билдәләп үтелде. 5–8 кластар араһында Элиза Сабирова, Вероника Бурова, Эмилия Нурыева, Диләрә Ғайсиналар призлы урындарға лайыҡ булды.

Бүләккә – балалар ҡаласығы.
“Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса Үрге Ҡыйғы ауылындағы мәҙәниәт һәм ял паркында балалар ҡаласығы конструкциялары урынлаштырылды. Проекттың заказсыһы булып Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте тора. Эштәрҙе башҡарыусы – “Коммунальщик” ЯСЙ-һы.
Һауа торошо арҡаһында “Магнит” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары уҙғарылманы. Уның ҡарауы, физкультура- һауыҡтырыу комплексында ҡыҙыу уйындар барҙы. Бында егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса асыҡ район беренселеге үтте. 5 егеттәр командаһы һәм 3 ҡыҙҙар командаһы үҙ-ара көс һынашты.
Күпселек командалар алдан үҙ-ара таныш түгел ине. Шуға ла улар ҡаршы команданың йомшаҡ яҡтарын уйын барышында ғына асыҡлай алды. Һәр коллективтың һуңғы секундҡа тиклем еңеү өсөн ныҡышмал көрәшеүе күренде. Һәр уйын үтә лә ҡыҙыу барҙы.
Егеттәр араһында Һатҡы ҡалаһы командаһы еңеүгә өлгәште. Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының яҡшы уйнаған командаһы икенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Йыланлылар өсөнсө урынға сыҡты. Ҡыҙҙар араһында 2-се урта мәктәп командаһы еңеүҙе ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Һатҡы ҡалаһы һәм Йыланлы ауылы командалары бүлеште.
Ярыштың призерҙары район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеты маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.

Н. Нәғимов, Л. Саҙретдинова. Автор фотолары.

Читайте нас: