Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 14:10

Өҫтәлдә һәр сак икмәк булһын

16 октябрь - Бөтә донья икмәк көне. 1945 йылдың 16октябрендә БерләшкәнМилләттәр Ойошмаһындаауыл хужалығы производствоһын үҫтереү проблемалары менән шөғөлләнеүсеАҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы булдырыла.Ошо ваҡиғаға бағышлап,Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнөойошторола.

2006 йылдан башлап Халыҡ-ара икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар союзы инициативаһы бу- йынса Бөтә донъя икмәк көнө байрам ителә. Һәр заманда ла кешеләр икмәккә оло ихтирам менән һаҡсыл ҡараған. Уның урыны өҫтәл түрендә булған. “Икмәктән оло аш юҡ”, “Ил ҡеүәте – икмәктә” кеүек халыҡ мәҡәлдәре уның йәшәү символы булып тороуы тураһында һөйләй. Икмәк тарихы бер нисә мең йыллыҡ менән иҫәпләнә. Ғилми тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, тәүге икмәк яҡынса 8 мең йыл элек бешерелгән. Ул саҡта уҡ икмәк төп туйындырыусы булып һаналған һәм ҡояш менән ассоциациялаш- тырылған. Икмәк бешереү тылсымлы һәм ҡатмарлы эш булып һаналған. Ҡамыр баҫыр алдынан хужабикә доға ҡылған, эшкә яҡшы кәйефтә генә тотонған. Был ваҡытта өйҙә ҡысҡырып һөйләшеү, әрләшеү, ишекте шап иттереп ябыу тыйылған. Ҡунаҡтарҙы, яңы өйләнешеүсе парҙарҙы ҡабарып бешкән икмәк менән ҡаршы алыу кеүек изге традиция бөгөн дә һаҡлана. Туғанда- рын, яҡындарын алыҫ юлға, хеҙмәткә оҙатҡанда икмәк ҡайырыһын тешләтәләр һәм уны сәфәргә китеүсе әйләнеп ҡайтҡансы һаҡлайҙар. Бөгөн беҙҙең районда 6 пекарня эшләй, уларҙа тәүлегенә 3 тоннанан ашыу икмәк бешерелә. “Р.Г. Ҡужин” шәхси предприятиеһы район халҡын бына өсөнсө йыл инде икмәк-булкалар менән тәьмин итә. Бында бойҙай һәм арыш икмәге, төрлө күмәстәр бешерелә. “Яңы бешкән икмәк” магазинында, Үрге Ҡыйғы ауылының башҡа магазиндарында, Дүшәмбикә, Һарығол, Туғыҙлы һәм Туҡай ауылдарының сауҙа нөктәләрендә тәҡдим ителгән продукция бик үтемле. Халыҡтан юбилей, туй, башҡа байрам сараларына өҫтәмә заказдар килеп тора. Был предприятиела бешерелгән пицца, төрлө бәлештәр заказсылар күңеленә хуш килә. Предприятие колллективы бик эшһөйәр һәм яуаплы. Икмәк бешереүселәр Р. Әминева, Л. Зарипова, Р. Ғималетдинова, Ю. Йыһангәрәева, ондан башҡа төрлө ризыҡтар бешереүсе М. Фазлетдинова ҙур яуаплылыҡ менән ең һыҙғанып эшләй. Һатыусылар Р. Хисмәтуллина, Е. Фәтихова һәм И. Шәмие- валар халыҡты иғтибарлы хеҙмәтләндерә. “Төп ҡулланыу продукты булған ризыҡҡа һорау ҙур. Шуға ла беҙ күптән түгел яңы “Иртыш” мейесен һатып алып урынлаштырҙыҡ. Унда бер бешергәндә 108 булка әҙерләргә мөмкин. Беҙ үҙ репутациябыҙҙы бик ҡайғыртабыҙ, халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итергә тырышабыҙ,” – ти эшҡыуар Руслан Ҡужин.
Л. Саҙретдинова.

Читайте нас: