Граждандарҙы ҡабул итеү барышында мәғариф учреждениеларын ремонтлау, балалар ялын ойоштороу, берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу, шулай уҡ Ләүзә ауылында яңы мәктәп төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Гөлназ Радмил ҡыҙы һәр һорауҙы иғтибар менән тыңланы, бер нисә мәсьәләне хәл итеү мөмкинселеген тапты, айырым һорауҙарҙы контролгә алды. Артабан министр райондың мәғариф учреждениелары директорҙары менән осрашты, БР Мәғариф министрлығының перспектив пландарын, яңы талаптарын еткерҙе. Төп эш йүнәлештәре менән танышыу маҡсатында Гөлназ Шафиҡова Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, Дыуан күп профилле колледжы филиалында булды, уҡыу кабинеттарын , лабораторияларҙы, производство биналарын, спорт залдарын, аҙыҡ блоктарын, мәктәп участкаларын ҡарап сыҡты. Эш сәфәре аҙағында министр райондың барлыҡ мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, артабанғы уңыштар теләне.
Беҙҙең хәбәрсе.