Беҙҙең Ҡыйғы
+11 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Октября 2018, 11:28

Берлектәғе һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә йүнәлеш

Үрге Ҡыйғы ауылы мәсетендә район дин әһелдәре кәңәшмәһе үтте, унда имам- хатиптар, мөхтәсибтәр, мәҙиндәр, йәмәғәт эшмәкәрәре ҡатнашты.

Билдәләргә кәрәк, райондың дин әһелдәре йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Быйыл күпселек ауылдарҙа Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө мәсеттәрҙә байрам ителде. Кәңәшмәлә йәмғиәттәге эскелек, наркомания, тәмәке тартыу кеүек кире күренештәргә йүнәлтелгән берлектәге эш, йәмғиәт именлегенә проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Ауыл зыяраттарын кәртәләү, документтарҙы рәсмиләштереү , Йыланлы ауылында мәсет төҙөү, Мәүлит байрамын, Түбәнге Ҡыйғы мәсетенең 25 йыллығын байрам итеү мәсьәләләре күтәрелде. Йыланлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы А. Шәнгәрәев дини ойошма менән берлектә эшләү тәжрибәһе тураһында һөйләне: “Мәсеткә ҡағылышлы хужалыҡ мәсьәләләрен бергәләп хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, уны газификациялауға “Нефтегазстройсервис” ЯСЙ-һы етәксеһе А. Фәизов һәм коллективы, “Газпром газораспределение Уфа” филиалы Ҡыйғы комплекслы хеҙмәте начальнигы И. Ханнапов ҙур ярҙам күрһәтте”. Тикшерелгән проблемалар буйынса һәр мәсеттең имамы үҙ тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен еткерҙе. “Бөгөн имамдар барыһы өсөн дә өлгө булып торорға, ауыл биләмәләрендә е тотороҡлолоҡто һаҡлауға хеҙмәт итергә тейеш. Халыҡҡа, барлыҡ йәштәргә Ислам нигеҙҙәрен тейешенсә аңлатыу, дини тәғлимәттәрҙең боҙоп күрһәтелеүенә юл ҡуймау мөһим. Булған ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн, беҙҙең барыбыҙға ла берләшергә, урындағы власть менән берлектә эшләргә кәрәк,” – тине ахун хәҙрәт, мөхтәсиб М. Ғибаҙуллин. Сара аҙағында район ауылдары мәсеттәрендә күсмә кәңәшмәләр уҙғарырға хәл ителде.
Л. Ибраһимова.

Читайте нас