Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2018, 17:15

ХЕҘМӘТ МЕНӘН УТКӘН ТОРМОШ ЮЛЫ

Ябай ауыл кешеләре Ватанды ҡыйыу һаҡлай, һуғыштан һуң, ең һыҙғанып эшләп, халыҡ хужалығын тергеҙә, тормошто яратып йәшәй, ысынлап ярата һәм дуҫлаша белә. Ленин исемендәге колхоздың беренсе бригадаһы механигы Мөтиғулла Ғатаула улы Ғәйфулин ҡыйғылар хәтерендә изге һәм ярҙамсыл кеше булып ҡалған..

Революцияға тиклем бер йыл алда донъяға килә ул. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары совет власы урынлашҡан осорға тура килә. Бер заман тракторҙы күреп, был мөғжизәле техникаға мөкиббән китә. Башланғыс мәктәптең дүрт класын тамамлағас “Ҡыйғы” МТС-ында тракторҙар курсын үтә һәм “НАТИ” тракторына ултыра.
1937 йылда уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. 9 ай полк танк мәктәбендә уҡый. Мөтиғулла Ғатаулла улы Т- 26 танкыһында Польшалағы ваҡиғаларҙа ҡатнаша. Һуңынан Финляндияға ҡаршы һуғыштағы махсус операциялар өсөн заводтарҙан КВ танкыларын ҡыуып килтерә, улар Маннергейм линияһын штурмлауҙа ҡатнаша. Уға йыш ҡына дошман уты аҫтында хәрби техниканы йүнәтергә тура килә. 1940 йылда өйөнә әйләнеп ҡайтып, йәнә тракторҙа эшләүен дауам итә. Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап, 1941 йылдың 22 июнендә ҡыйғылар Мәхмүт тауы итәгенә һабантуй байрамына йыйыла. Етәкселеккә яҙма белдереү алып килгән һыбайлы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында ҡайғылы хәбәрҙе еткерә. Ауыл хужалығы хеҙмәт сәне булараҡ, М. Ғәйфуллинға “бронь” бирелә. Ләкин 1942 йылда ул үҙен фронтҡа ебәреүҙәренә өлгәшә. Элекке хәрби хәрәкәттәрҙә ҡы- йыулыҡ күрһәткән егетте һауа-десант ғәскәрҙәренә алалар. “Мин танк ғәскәрҙәренә ебәреүҙәрен һораным, ләкин командованиеның яуабы ҡыҫҡа булды: “Старшина Ғәйфуллин, һине дошмандың тылына ташлайбыҙ, танкты үҙең табып алырһың!”– улдары Рөстәм менән Радикҡа ошолай тип һөйләй ул һуғыш иҫтәлектәрен. 1943 йылда Дон йылғаһы аша сыҡҡанда икенсе ротаның беренсе батальоны 7-се һауа-десант бригадаһы бүлесәһе командирының һул ҡулы ике тапҡыр яралана. Немецтар бөтөнләй яҡынайғас, сигенеү тураһында бойороҡ килә. Түбәнге Ҡыйғынан ауылдашы Мөтиғулланың яраларын бәйләй һәм икәүләп ҙур йылғаны йөҙөп сыға алалар. Ярҙа тағы ла бер яҡташтары Хәтим Ғайнанов менән осрашырға насип була.
М. Ғәйфуллинды Уралдағы госпиталгә ебәрәләр, ләкин ул өйөндә дауаланырға була һәм командир менән Сулея станцияһында төшөп ҡалыу тураһында килешә.
Дауаланғас, Ҡыйғы район хәрби комиссариатында хәрби хеҙмәткә призывниктар әҙерләй.
Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыта күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы, шулай уҡ юбилей миҙалдары менән наградлана.
Бөйөк Еңеүҙән һуң фронтовик элекке һөнәренә тотона, 18 йыл Ленин исемендәге колхоз рәйесе була (хужалыҡ берләштерелгәнгә тиклем). Артабан ошо хужалыҡтың беренсе бригадаһы механигы булып эшләй. Йәш механизаторҙарҙы сабыр ғына эшкә өйрәтә, аталары һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған балаларға ярҙамлаша, уларҙы шефлыҡҡа ала, күп нәмәгә өйрәтеп, оло тормош юлына сығара. 2-се бригада механигы Фәрит Мөхәмәтдинов һәм 3-сө бригаданан Юлиан Йыһангиров менән үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе яйға һала, механиктар бер-береһенә ярҙамлашып эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та хеҙмәт ветераны үҙ бригадаһына ярҙам итеүҙән туҡтамай. Сәсеү һәм ураҡ эштәре осоронда ырҙын табағы мөдире була, иген таҙартыу һәм киптереү техникаһы, тейәгестәр торошон күҙәтә. Мөтиғулла Ғатаулла улы өлгөлө ғаилә башлығы була. Тормош иптәше Сәкинә Миңләхмәт ҡыҙы менән өс ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
“Беҙҙең атайыбыҙ бик ҡайғыртыусан ине, беҙгә тормошта юл табырға ярҙамлашты, һәр ҡайһы- быҙға йорт һалыуҙа ярҙам күрһәтте. Халыҡ уны ихтирам итте. Тоғро дуҫтары күп ине, фронтовик ысын дуҫлыҡты баһалай белде,” – тип хәтергә ала улдары.
Л. Саҙретдинова. Фото ғаилә альбомынан.

Читайте нас: