Үрге Ҡыйғы ауылында ҡояшлы көҙ торһа, Ирәмәл тауы беҙҙе йонсоу һауа торошо менән ҡаршы алды. Беҙ Оло Ирәмәлгә ( Башҡортостанда бейеклеге буйынса икенсе урында) күтәрелә башлағанда иртәнән ямғыр яуа ине. Ләкин 10-сы класс уҡыусылары ҡыйыуһыҙҙарҙан түгел. Туристар төркөмө еүеш таштар буйлап алға йылдам атланы. Беҙ тауҙың иң бейек нөктәһенә яҡынлашҡанда ҡар яуа башланы. Иң бейектә – диңгеҙ кимәленән 1582 метр бейеклектә беҙҙе яңы ҡаршылыҡ көтә ине – көслө елгә ҡаршы торорға мәжбүр булдыҡ. Һауа торошо уңайһыҙлыҡтарына ҡарамаҫтан, Урал тауҙары матурлығы менән һоҡландыҡ, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Был көндө уҡыусылар Уралдың ҡырыҫ климаты, уның үҙенсәлектәре, үҫемлектәр донъяһы менән танышты, урында йүнәлеш табыу буйынса белемдәрен нығытты, тауға бәйле легендаларҙы хәтергә төшөрҙө, һәр ҡайһыһы үҙенең изге теләген теләне. “Ошондай көндө тауҙың түбәһенә менеп етеү – беҙҙең ысын еңеүебеҙ, – тип ҡыуанды балалар. – Тормошта ошондай уңыштарыбыҙ күберәк булһын ине!” Сәфәрҙе ойоштороуға ярҙам күрһәткәндәре өсөн, беҙҙең туристар төркөмө И. Һаҙыевҡа, М. Мостафинға, Р. Ҡазихановҡа, Д. Минһажевҡа, Л. Ост- роуховаға, А. Әхмәтдиновҡа бик рәхмәтле.