Мөғәлимә Мәрйәм Фәтихова өлкәндәр һәм балалар өсөн инеш дәрес уҙғарҙы. Уның һөйләүенсә, уҡыу курсы өс бүлекте үҙ эсенә ала: иман, табыныу, әхлаҡлылыҡ. “Ғәрәп алфавитын өйрәнәсәкбеҙ, һуңынан мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьәнде уҡый башлаясаҡбыҙ, хәҙистәр менән танышасаҡбыҙ. Балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе эшләйәсәк,” – тип аңлатты мөғәлимә.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.