Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2018, 15:54

"Каз асрау - отошло шөғөл"

Район үҙәгенә ҡарағанда, Йыланлы йә иһә Йүкәлекүлдә, йәки башҡа ауылда ҡаҙ аҫрау еңелерәк. Уларҙа урын да етерлек, иген культуралары урып йыйылғас, баҫыуға ла сығарырға мөмкин.

Сәлиха Фәссәх ҡыҙы Үрге Ҡыйғы ауылы үҙәгендә йәшәй, өс ҡатлы йорт артындағы кескәй хужалығында ҡаҙҙар аҫрай. Йыл һайын 20–30 бәпкә алып үҫтерә ул.
– Ихатала 24 ҡаҙ аҫрау – уйын эш түгел. Уларҙың нисек ҡаңғылдашыуын күҙ алдына килтерергә була. Күршеләрегеҙ ризаһыҙлыҡ белдермәйме? – тип һорайым.
– Аллаға шөкөр, күршеләребеҙ яҡшы, – тип яуаплай Сәлиха Фәссәх ҡыҙы. – Киреһенсә, барыһы ла хуплай, үҙебеҙ ҙә аҫрар инек, ләкин һарайыбыҙ юҡ, тиҙәр. Бында бит күп фатирлы йорттар.
Ҡаҙ бәпкәләрен аҫрауҙа тәүге көндәр иң яуаплыһы булып тора. С. Нәжипованың вольеры бар, төнгөлөккә бәпкәләрҙе һарайға яба. Бойҙай көрпәһен һөт һәм сей ҡатыҡ менән бутап, шулай уҡ бешкән йомортҡа, яңы эремсек менән көнөнә 4–5 тапҡыр ашата.
– Ай ярым тирәһе ҡаҙ бәпкәләрен ихатала аҫрағас, һуңынан йорт эргәһенә йәшел үләнгә сығарам. Бер аҙ үҫә төшкәс, йылға буйына ҡыуам. Шуныһы яҡшы: Ҡыйғы йылғаһы алыҫ түгел. Тотош йәй ошолай үтеп китә.
Бәпкәләрҙе мотлаҡ айырым партиялар менән түгел, ә бер юлы алырға кәрәк тип иҫәпләй ул. Беренсенән, был осһоҙораҡҡа ла төшә, икенсенән, тоҡом сифаты ышаныслыраҡ була.
– Һеҙгә кемдәр ярҙамлаша?
– Бына улар, минең ярҙамсыларым, – ти ул, ейәндәренә күрһәтеп, – йәйен бәпкәләрҙе көтөргә ярҙамлашалар, үлән йыйып килтерәләр. Айырыуса ҡаҙҙар үгәй инә үләнен ярата. Өйҙә компьютер артында ултырғансы, бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫһендәр. Тормошта барыһы ла кәрәк була. Бөгөн ҡаҙҙар үҫеп еткән. Сәлиха Фәссәх ҡыҙы йәшәгән йорт ихатаһында уларҙың тауышы тынмай. Туғыҙлы ауылындағы “Аҡ ҡош” ЯСЙ-һынан алған бер генә бәпкәнең дә үлмәүенә сикһеҙ шат ул.
– Ямғыр яуып үтһә, күп фатирлы йорттар эргәһендә күләүектәр хасил була. Ҡойонорға ҡаҙҙарҙы шунда сығарам. Тағы ла улар “душ”та ҡойонорға – ямғыр аҫтында ҡанаттарын йәйеп торорға ярата, тауыҡтар һымаҡ, һарайға инеп йәшеренмәйҙәр. Хужалыҡты ла эткә ҡарағанда ла яҡшыраҡ һаҡлайҙар: сит кеше килһә, шунда уҡ ҡаңғылдаша башлайҙар, – тип һөйләй С. Нәжипова.
Ҡаҙҙарҙы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем аҫрарға кәрәкмәй, дүрт килограмға тиклем тере ауырлыҡ йыйһындар өсөн, 3–4 ай ҙа етә, тип иҫәпләй ул. Шуға ла интенсив ашатырға кәрәк.
Хужабикә йәнә лә 20 бройлер үҫтереп һуйған, 11 өйрәге лә бар. Баҡсала йәшелсәләр үҫтерә.
Ҡаҙ үҫтереү – ауыр, ләкин отошло шөғөл. Аҫрауға киткән сығым үҙен тулыһынса аҡлай. Был ҡоштар аҙыҡҡа талымһыҙ, болонда һәм һыу ятҡылығында үҙҙәренә ризыҡ таба ала. Был аҫрауға сығымды бер ни тиклем кәметә.
Тиҙҙән Сәлиха Фәссәх ҡыҙы ҡаҙ өмәһе үткәреп, туғандарын, әхирәттәрен саҡырасаҡ. Сөнки ошо тиклем ҡаҙҙарҙы бер үҙенә эшкәртеү ҡыйынға тура киләсәк. Өмә аҙағында барыһын да ҡаҙ ите менән һыйлаясаҡ.
Н. Тәүәбилов. Автор фотоһы.

Читайте нас: