Һуңғы йылдарҙа район юлдары яҡшыра бара. Үрге Ҡыйғы ауылының күпселек урамдарына, шулай уҡ башҡа ауылдар юлдарына асфальт түшәлгән.
Предприятиеның 38 хеҙмәткәренең һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең энтузиасты. Коллективтың нигеҙен бында тиҫтәләрсә йылдар эшләүселәр тәшкил итә. Уларҙың һәр ҡайһыһы юл хеҙмәтенең яуаплы эшенә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Водителдәр Д. Ғәйнетдинов, Ф. Ғибаҙуллин, Р. Ғайнанов, Ф. Шакиров, Р. Ғималетдинов, тракторсылар Р. Ғәлимов, Р. Ғарипов, И. Хәмиҙуллин һәм башҡалар смена заданиеһын арттырып үтәй. Мастер Ф. Әлбиев, мәҫәлән, предприятиела 34 йыл эшләй. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” булып тора, “Транспорт төҙөлөшө Союзы Почетлы юлсыһы” значогына, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына һәм дипломдарға эйә.
Быйылғы йыл Ҡыйғы юл ремонттөҙөлөш идаралығы өсөн бик һөҙөмтәле бара, 9 айҙа башҡарылған эштәр күләме 69 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Предприятие коллективы район үҙәген, башҡа ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә даими ҡатнаша. Мәҫәлән, улар Абзай ауылының Тыныслыҡ, Октябрь, Уҡытыусылар, Мәктәп, Ләүзә ауылының Гагарин, Түбәнге Ҡыйғы ауылының Урман һәм Салауат урамдарын тәртипкә килтергән.
Асфальт заводы өҙлөкһөҙ эшләй, йыл башынан 14 мең тоннанан ашыу асфальт етештерелгән. Уны әҙерләү технологияһы ентекле үтәлә. Лаборант Р. Зарипов һәр партия өлгөһөн анализға ала, сифатын, барлыҡ тейешле компоненттар булыуын тикшерә. Асфальт-бетон ҡоролмаһы операторы И. Сабиров, электрик Д. Ильясов, тейәгес машинисы Р. Мөхәмәтдинов, иретеп йәбештереүсе Ф. Ишбулдин үҙ бурыстарын яҡшы белә һәм намыҫ менән эшләй. Бөгөн асфальт заводы ҡырсынташ һәм битум менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етди ҡарай. Барлыҡ инфраструктура: юл билдәләренән алып барьерҙарға, сигнал бағаналарына тиклем яңыртыла. Юл ситтәрендә сүп-сар күрмәҫһең, үлән махсус техника менән сабылған.
Коллектив алдында – ҡышҡы шарттарҙа эшләү. Был иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһе, юлдар буйлап транспорттың өҙлөкһөҙ хәрәкәтен тәьмин итеү үтә лә мөһим булып тора. Юл хужалығы бер урында туҡталып тормай, өҙлөкһөҙ үҫешә, шуға ла коллектив киләсәккә ышаныслы ҡарай, үҙгәрештәр һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән йәшәй. Уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Район юлдары сифаты һәм ышаныслылығы яҡшыра ғына барһын!
Н. Нәғимов. Автор фотоһы.