«Яҙмышыбыҙ шулай яҙылған, беҙ Һеҙҙең менән бергәләп эшләнек, осраштыҡ һәм Мәскәүҙә булғанда республикабыҙ, уны мираҫы тураһында уйландыҡ. Беҙҙең һуңғы осрашыу Ҡыҙыл майҙанда иҫ киткес китаптар менән таныштырыу сараһында булды. Хәҙер беҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары алдында торабыҙ. Мостай Кәрим – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында бөйөк кеше. Мин уның менән шәхси бик яҡын мөнәсәббәттә булдым. Минең өсөн ул Уҡытыусы, оло әхлаҡи сафлыҡҡа һәм матурлыҡа эйә кеше булды. Шуға Һеҙҙең менән бергә, көсөбөҙҙө туплап, кешеләр уны хәтерләһен, уның мираҫы менән файҙаланһын һәм танытһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Тимербулат Кәримов Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте: «Һеҙҙең менән ошо көндө ватаныбыҙҙа Мостай Кәримдең тыуған көнө алдынан осрашыуыбыҙ бик яҡшы. Ғаиләбеҙ һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд исеменән Һеҙгә ныҡ ауыр ваҡытта беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәһем килә. Мостай исеме, уның ижади һәм, иң мөһиме, мәҙәни, әхлаҡи мираҫы республикала барлыҡҡа киләсәк бөтә яңыға һәм ижадиға ҙур терәк булыр тип ышанам».