Йәйен уҡыусылар мәктәп эргәһе участкаһында тырышып эшләгән, кәбеҫтә, кишер, картуф үҫтергән. Етештерелгән продукцияны мәктәп, аш- һыу хаҡын осһоҙайтыу өсөн, хеҙмәтләндереүсе компанияға һатырға хоҡуҡлы. Туҡландырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә электрон конкурста 2018 йылдың 1 сентябренән 31 декабренә тиклем осорға “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы еңеү яулаған (директоры И. Федорова).
Бөгөн ашнаҡсылар уҡыусыларҙы кәбеҫтә ашы, кишер салаты, картуф пюреһы менән һыйлай. Мәктәп директоры В. Миңлейәрова һөйләүенсә, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн ике тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторолған. Был категория уҡыусылар өсөн туҡланыу хаҡы көнөнә 100 һум тәшкил итә һәм уның 90 проценты – республика, 10 проценты район бюджетынан түләнә.
Ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн төшкө аш хаҡы 45 һум. Сығым республика бюджетынан компенсациялана. Башҡа балаларҙың төшкө ашы көнөнә 21 һумлыҡ, уны тулыһынса ата-әсәләр түләй. Ашнаҡсылар коллективы татыу һәм эшһөйәр. 2017 йылда улар “Кулинар ярыш” район конкурсында еңеү яулаған.
Ашнаҡсылар Л. Әсфәндийәрова менән Ф. Сәитғәлина мәктәп ашханаһында тәүге йыл ғына эшләмәй. Уларға һауыт- һаба йыуыусы Г. Миңләхмәтова ярҙамлаша. Бында барлыҡ санитар- эпидемиологик нормалар һәм талаптар еренә еткереп үтәлә.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.