Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы уҡыусылары китапханасынан бик уңған. Бында 1991 йылдан башлап юғары белемле һәм мәҙәниәтле, кешелекле Ирина Юрьевна Калинина эшләй. Ул башланғыс класс уҡытыусылары менән бергә балаларҙы ғәжәйеп һәм күп ҡырлы китаптар донъяһын танып белергә өйрәтә.
Ирина Юрьевна ошо мәктәпте тамамлағас, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының китапханасылар факультетын тамамлай. Ун йыл үҙәк район китапханаһында эшләй. “Китап бик ҙур шатлыҡ алып килгән кескәй уҡырмандар менән эшләү бик оҡшай торғайны, шуға ла мәктәп китапханаһына ҙур ихласлыҡ менән күстем,” – ти ул.
Лицейҙың китапханаһы бинаның өсөнсө ҡатында, ҙур һәм яҡты бүлмәлә урынлашҡан. Бында БР-ҙағы Ғаилә йылына, Рәсәйҙәге Ирекмәндәр йылына, Бөйөк Еңеүгә, Ватанға арналған күргәҙмәләр ойошторолған. Иҫтәлекле даталарға һәм байрамдарға арналған папкалар даими яңыртыла. Төрлө фәндәр буйынса аҙналыҡтар башланғанда кабинеттарҙа ярашлы әҙәбиәт урын ала.
Мәктәп китапханаһына 660 уҡырман – лицейҙың барлыҡ уҡыусылары тиерлек йөрөй.
“Уҡыу йылының тәүге яртыһы уҙғас, беҙ 1-се кластар уҡыусыларын байрамға саҡырабыҙ. Ә уҡый белгәндәр тәүге көндәрҙән үк килеп яҙыла һәм китаптар ала. “Иң әүҙем уҡырман”, “Иң күп уҡыусы класс” конкурстарын уҙғарабыҙ.
Йыл һайын апрелдә “Балалар китабы аҙналығы” үтә, уның дауамында әкиәт байрамдары, тәбиғәт һөйөүселәр көнө, әҙәбиәт сәғәттәре ойошторола.
Китапханаға 2–4 кластар уҡыусылары бик әүҙем йөрөй, улар тәбиғәт, сәйәхәттәр тураһында уҡырға ярата. Өлкән кластарҙы классик әҫәрҙәр, реферат яҙыу өсөн кәрәкле әҙәбиәт ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙең китаптар фонды 12 мең нәфис һәм тармаҡ әҙәбиәтенән, 9 мең уҡыу әсбабынан тора,” – тип һөйләй И. Калинина.
Ирина Юрьевна – һәр баланың күңеленә юл таба белеүсе, үҙ эшен һәм балаларҙы бик яратыусы кеше.
“Һәр бала – уникаль шәхес, уларҙың һәр ҡайһыһына айырым мөнәсәбәт талап ителә,” – тип иҫәпләй ул. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән китаптар уҡыған, әҫәрҙәр тураһында фекер алышырға теләгән балаларҙы күреү уның өсөн ҙур шатлыҡ.
И. Калинина – заманса эшләүсе, инициативалы хеҙмәткәр, яңы эш алымдарын файҙалана.
Лицей директоры Р. Әхмәҙуллин китапханасының хеҙмәтен юғары баһалай: “Ирина Юрьевна – беҙҙең мәғариф учреждениеһының эшһөйәр, намыҫлы, принципиаль хеҙмәткәре. Ул педагогтарҙың төп ярҙамсыһы булып тора”.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.