БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы баш китапханасыһы С. Хәбибуллина төньяҡ-көнсығыш төбәк китапханалары торошона анализ яһаны. Республиканың төньяҡ-көнсығышында 8 китапхана системаһы эшләй, улар эсенә 195 китапхана, шул иҫәптән 9 балалар, 29 модель китапхана инә, тип билдәләне ул. Китапханаларға йөрөүселәр 134300 кеше йә иһә халыҡтың 75 процентын тәшкил итә. Китапханаларҙың 70 проценты Интернет селтәренә тоташтырылған. Йыл һайын 1000 кешегә 276 яңы китап ҡайта.
Бөгөн эшләп йөрөгән китапханасыларҙың 72 проценты юғары йә иһә урта махсус белемле.
“Ҡыйғы биләмә-ара китапханаһы” муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы директоры А. Фәтихова проекттар менән эшләү формаһы тураһында бәйән итте. “Китапхана эшмәкәрлегендә проекттар алымы төрлө идеяларҙы тормошҡа ашырыу, һәр төрлө акциялар уҙғарыу формаһы булып тора. Проект эшмәкәрлеге халыҡты туплай, ойоштора. Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, уҡырмандар ҙа, ауыл халҡы ла ижади процесҡа ылыға,” – тип һөйләне Алфира Далларис ҡыҙы.
Арыҫлан ауылы китапханаһы кескәй уҡырмандар менән “Тылсымлы лампа” проекты буйынса эшләй. Иҫке Мөхәмәт ауылы китапханаһы “Үткәндәр беҙҙең эргәбеҙҙә” проектын тормошҡа ашыра. Ибрай ауылы китапханаһында “Тел – халыҡтың күңел көҙгөһө” проекты аша балалар башҡорт халҡының ижады менән таныштырыла, уларҙың ижади һәләттәре үҫтерелә.
Дүшәмбикәлә һәм Йүкәлекүлдә “Балалар тормошонда халыҡ фольклор байрамдары” проекты буйынса эшләйҙәр һәм уҡырмандарҙы республикала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың бай мәҙәниәте, этнографияһы һәм фольклоры менән таныштыралар.
Абзай китапханаһындағы “Кейеҙҙән мөғжизә” проекты үҙенсәлекле. Унда һарыҡ йөнөнән төрлө уйынсыҡтар, картиналар һәм биҙәүестәр яһала.
Йыланлы китапханаһындағы “Дуҫлыҡ хороводы” проекты тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Бында мультипли- кацион студия булдырылған, йәш уҡырмандар Рәсәй халыҡтары әкиәттәре буйынса мультфильмдар ижад итә. Ләүзә модель китапханаһы эшен “Беҙгә китап ҡаһарманлыҡ тураһында хәтирәләрҙе яңырта” героикпатриотик проекты күрһәтә.
Балалар модель китапханаһы ауыр тормош хәлендәге балалар менән эшләүгә йүнәлеш алған. Уларҙың “Үҙеңә иртәгәге көндө бүләк ит” проекты БР-ҙағы Ғаилә йылына һәм Рәсәйҙәге Ирекмәндәр йылына арналған.
Солтан ауылы китапханаһында уҡырмандар үҙҙәре компьютер уйындары төҙөргә өйрәнә.
Үҙәк район китапханаһында “Быуындар бәйләнеше” проекты тормошҡа ашырыла, ветерандарҙың “Алтын көҙ” ижад һәм аралашыу клубы эшләй. Уҡыу залында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә Батырлыҡ дәрестәре, патриотик сәғәттәр уҙғарыла.
“Ошоларҙың барыһы ярҙамында китапханаларҙың роле күтәрелә, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты яҡшыра. Китапханалар өсөн яңы эш перспективалары барлыҡҡа килә,” – тип билдәләне А. Фәтихова.
БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы баш китапханасыһы Наталья Павловна Маркина, төбәк семинарын уҙғарыуға ярҙам күрһәткәндәре өсөн, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдиновҡа һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрәфетдиновҡа рәхмәт белдерҙе.
Семинарҙың практик өлөшөндә ауыл китапханалары ҡарамағында булдырылған балалар студияларының ижади эштәре тәҡдим ителде.
Семинар сиктәрендә “Китапханалар оҫтаханаһы: традицион һәм инновацион эш алымдары” исеме аҫтында ҙур ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо.
Семинарҙа ҡатнашыусылар был көндө Үрге Ҡыйғы ауылындағы балалар модель һәм үҙәк китапханалар эше, Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышты. Артабан “Башҡортостандың төньяҡ көнсығышы китапханаларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге: тормошҡа ашырылған пландарҙан – яңы идеяларға” исеме аҫтында “түңәрәк өҫтәл” үтте.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы