Район мәҙәниәт йортоноң Миңзифа Шәрифуллина етәкселегендәге “Йәш йөрәктәр” бейеү ансамбле оло йәштәгеләр араһындағы “Мин яратам һине, тормош” республика смотр- конкурсында дүртенсе йыл ал бирмәй. “
Әгәр дүрт йыл элек, смотр-конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашҡанда, “Әй буйында кер йыуыу” бейеүен өсәү генә башҡарһаҡ, 2017 йылда беҙгә бейеү сәнғәтен үҙ итеүсе башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҡушылды. 8 кешенән торған ансамбль “Ҡымыҙ ағыҙған көндә” бейеүе менән сығыш яһап, еңеү яуланы,” – тип һөйләй Зөләйха Хәйруллина, коллектив ағзаһы.
Был юлы талантлы бейеүселәр республика жюриһы һәм тамашасылары хөкөмөнә дәртле “Тыпырҙаҡ” бейеүен тәҡдим иткән. М. Шәрифуллина, Г. Ахунова, Р. Ғәлләмова, Р. Закирова, Г. Зарипова, М. Ишкинина, И. Сафина, Э. Теләүғолова, З. Хәйруллина, Ф. Хәсәноваларҙан торған коллектив I дәрәжә диплом һәм аҡсалата сертификат менән ҡайтты. Һис шикһеҙ, алда уларҙы яңы бейеклектәр көтә.
Л. Саҙретдинова. З. Закирова фотоһы.