Башҡортостанда 2019 йылда байрам һәм ял көндәрен иҫәпкә алғанда 121 эшләмәгән көн була. Төбәк Хеҙмәт министрлығы киләһе йылға эш календарын баҫып сығарҙы. Атап үткәндә, шәмбе, 5 ғинуарҙа, ял көнө кесе йомаға, 2 майға, күсерелә. Йәкшәмбе, 6 ғинуарҙан, йомаға, 3 майға. 23 февралдәге байрам көнө йомаға, 10 майға, күсерелә.