Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2018, 14:07

Республикаға ике көнгә йылы әйләнеп кайта

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикаға бер нисә көнгә йылы әйләнеп ҡайта. Төбәктең метеохеҙмәте хәбәр итеүенсә, 25 октябрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында һауа температураһының +17 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы./

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикаға бер нисә көнгә йылы әйләнеп ҡайта. Төбәктең метеохеҙмәте хәбәр итеүенсә, 25 октябрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында һауа температураһының +17 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә. 26 октябргә лә ошондай фараз баҫылған.

«Көн аяҙлы-болотло. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12, көндөҙ көсәйгәндә 15-20 метр. Һауа температураһы төндә +1,+6°, көндөҙ +11,+17°», — тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктә.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында автомобилселәрҙе төндә һәм иртән томан төшөүе хаҡында иҫкәртәләр.
Читайте нас: