Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2018, 19:36

ҠАЙҒЫ АҒАС БАШЫНАН ЙӨРӨМӘЙ, ӘҘӘМ БАШЫНАН ЙӨРӨЙ…

Йәш егет бәхетһеҙлек осрағы арҡаһында 4 ай комала ята. АҠСА ЭШЛӘРГӘ КИТЕП БӘЛӘГӘ ТАРЫЙ

Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Денис Хафизовты дуҫтары һәм яҡындары шат күңелле, тормошто яратыусан һәм эшһөйәр егет булараҡ белә, ләкин ул хәҙер ярҙамға мохтаж хәлдә комала ята.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Денис тәүҙә Үрге Ҡыйғыла автосервиста эшләй, ә һуңынан Екатеринбургҡа эшкә китә.
2018 йылдың июнь баштарында Денис дуҫынан Силәбе ҡалаһындағы компанияның вахта ысулы менән лифт ремонтлау өсөн эшселәр йыйыуы тураһында белеп ҡала. Эш еңелдән булмаһа ла, яҡшы ғына хеҙмәт хаҡы вәғәҙә итәләр.
Ашыҡ-бошоҡ тултырылған килешеү менән генә сикләнеп, рәсми рәүештә эшкә алмаһалар ҙа, егет энтузиазм менән эшкә тотона. Ул фажиғәле көндө, 22 июндә ул үҙенең коллегаһы менән бер йорттоң лифтын ремонтларға бара. Денис лифттың шахтаһына инә, ә иптәше асҡыс алыу өсөн күрше подъездға юллана. Ошо ваҡыт эсендә нимә булыуы әлегә тиклем аныҡ ҡына билдәле түгел, ләкин коллегаһы, әйләнеп килгәс, Денистың ҡанға батҡан хәлдә лифттың шахтаһында ятыуын күрә һәм тиҙ ярҙам хеҙмәтен саҡыра.
КҮП ҺАНЛЫ ЙӘРӘХӘТТӘР ҺӘМ КОМА.
Икенсе ҡат бейеклегенән лифт шахтаһына осоп төшкән 22 йәшлек егет бик күп йәрәхәттәр ала: баш мейеһе, үпкәһе зыян күрә, яңаҡ, ҡабырға, янбаш, аяҡ һөйәктәре, умыртҡалығы һына… Реанимация бүлексәһенә килтергәндә Денис аңын юғалтмаған була әле. Уны ашығыс рәүештә операцияға әҙерләй башлайҙар. Ләкин интубация ваҡытында уның йөрәге туҡтай. Табиптар 40 минут тирәһе уны ҡотҡарырға тырыша һәм быға өлгәшә, ләкин егет комаға китә. Ике ай ул Силәбе дауаханаһы реанимация бүлексәһендә ята, унда медиктар хәлен яҡшыртыуға бар көсөн һала.
– Август аҙағында беҙ Денисты реанимобилдә Үрге Ҡыйғы ауылына, район үҙәк дауаханаһының реанимация бүлексәһенә алып ҡайттыҡ, – тип һөйләй әбеһе Нуриза. – Табиптар әлегә бер ниндәй аныҡ прогноз бирмәһә лә, беҙ мотлаҡ хәле яҡшырыр, тип ышанабыҙ – организмы йәш һәм көслө бит.
Денисты эшкә алған компания әлегә тиклем туғандары менән бәйләнешкә сығыуҙы кәрәк тип тапмаған, уның иҫәбенә хеҙмәт хаҡын ҡаплау рәүешендә билдәле сумма күсереү менән генә сикләнгән.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, әммә уны тикшереү әлегә туҡтатылған, сөнки зыян күреүсе һаман иҫһеҙ хәлдә.
Әлеге ваҡытта егет Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлексәһе бокс палатаһында ята. Табиптар уның хәлен стабиль һәм ауыр булараҡ билдәләй, хәле насарайыуы күҙәтелмәй. Туғандары тейешенсә ҡарарға һәм тәрбиәләргә тырыша, атап әйткәндә, әбеһе Нуриза (Денистың өләсәһенең бер туған һеңлеһе) уның эргәһенән китмәй тиерлек. Әсәһе малайға 14 йәш булғанда донъя ҡуйған, уны әсәһенең ике туған ҡустыһы Дмитрий тәрбиәләп үҫтергән, ә атаһы күптән уның тормошонда ҡатнашмай...
ТУҒАНДАРЫ ӨСӨН ҺӘР ТӨРЛӨ ЯРҘАМ МӨҺИМ
Туғандары йыйған бөтә аҡса ошо 4 ай эсендә тотонолоп бөткән һәм улар бөгөн башҡаларҙан ярҙам һорарға мәжбүр.
Урында ятҡан сирлене тейешенсә ҡарау өсөн, медикаменттар, шулай уҡ махсус пеленкалар, салфеткалар, ололар өсөн тәғәйенләнгән аҫлыҡтар (подгузниктар) һ.б. кәрәк. Туҡланыу зонд аша ғына бирелгәнлектән, ҡиммәтле махсус аҙыҡ талап ителә (быларҙың барыһын да туғандары үҙҙәре һатып алырға мәжбүр).
Сираттағы операцияға һәм артабанғы реабилитацияға тағы ла әллә күпме аҡса кәрәк буласаҡ. Әгәр һеҙ Денистың яҡындарына ярҙам итергә теләһәгеҙ, түбәндәге телефондар буйынса шылтырата алаһығыҙ: 8 (905) 351-88-50 (ағаһы Фәхертдинов Дмитрий Адик улы); 8 (909) 349- 97-24 (әбеһе Нуриза); 8 (982) 294- 84-48 (Рөстәм Әһлиуллин).
Финанс ярҙамды тәүлек әйләнәһенә Денистың эргәһендә булған әбеһенең банк картаһына күсерергә мөмкин: карта хужаһы Нуриза Йәсәүи ҡыҙы Ф., карта номеры: 2202 2005 4680 7494 (Сбербанк).
Денистың дуҫтары “Бәйлә- нештә” социаль селтәрендә махсус төркөм (“Крик души… о помощи”) булдырған, унда егеткә ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтарҙы уҡырға мөмкин: https://vk.com/public172166414
Ошо көндәрҙә, 29 октябрҙә, Денисҡа 23 йәш тула… Һеҙҙең матди ярҙамығыҙ уға һәм яҡындарына һауығыуға өмөт һәм ышаныс бүләк итер.

З. Закирова әҙерләне.

Читайте нас: