Яҡшы ойоштороусы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы булып торған йәш рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын 1974 йылдың ноябрендә ВЛКСМ-дың Ҡыйғы район комитеты пленумында район комсомолдары бер тауыштан ВЛКСМ-дың район комитеты уҡыусы йәштәр һәм пионерҙар бүлеге мөдире итеп һайлай.
“Илдең йәш граждандары – киләсәге менән эшләү бик яуаплы бурыс ине,” – тип хәтерләй Резеда Талип ҡыҙы.
Комсомол хеҙмәткәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡыусыларҙы яңы ҡыҙыҡлы идеялар менән ҡыҙыҡһындыра. Район йәштәр комитеты “Алтын шайба” хоккей клубын булдырырға ҡарар итә. Резеда Талип ҡыҙы был эшкә ҙур мауығыу менән етди тотона. “Һалҡындар башланғас, беҙ Үрге Ҡыйғы ауылында “Урал” кинотеатры эргәһендә һырғалаҡ яһарға тотондоҡ. Тәүге тәжрибәбеҙ уңышһыҙ булып сыҡты, боҙ өҫтө ҡытыршы ине. Был хатаны төҙәтеү өсөн, махсус әҙәбиәт алып уҡыным, баҡтиһәң, йылы һыу ағыҙырға кәрәк булған. Шул саҡ беҙ, ҡыйыулыҡ итеп, шлангыны КПСС-тың район комитеты бинаһындағы йылытыу системаһы радиаторына тоташтырҙыҡ. Һырғалаҡ бик матур килеп сыҡты. Ләкин икенсе көнгә КПСС-тың район комитеты беренсе секретары М. Баҡыев алдында отчет тоторға тура килде. Мин яза бирер тип көткәйнем, ләкин ул бындай баш-баштаҡлығым өсөн еңелсә шелтәләне һәм мәсьәләне хәл итеү юлын тапҡаным өсөн маҡтаны. Райкомдың беренсе секретары бына ошондай, йәштәрҙе дәртләндерә белеүсән кеше ине,” – тип һөйләй бөгөн ветеран, үҙенең комсомол йәшлегенә әйләнеп ҡайтып.
Ойошторолған хоккей клубы гөрләп эшләп китә: майҙансыҡта радио уйнап тора, һәр саҡ йәштәр һәм үҫмерҙәр күп була, даими рәүештә хоккей матчтары уҙғарыла. Үрге Ҡыйғы ауылы йыйылма командаһы почет пьедесталынан төшмәй.
70-се, 80-се йылдарҙа комсомол район мәҙәниәтенә бик күп яңылыҡтар индерә. Резеда Талип ҡыҙы эшләүсе йәштәр өсөн “Ысын күңелдән” программаһын ойоштора. Үҙе сценарийҙар яҙа һәм алып барыусы була. Уны йыш ҡына Валентина Леонтьева менән сағыштыралар. Режиссерҙар М. Лоҡманов, Р. Сәлихов менән бергә халыҡ театры артистары талантлы йәштәр менән спектаклдәр ҡуя. М. Кирханов етәкселегендә 85 кешенән торған йәштәр хоры булдырыла.
“Беҙ бер ҡасан да үрҙән бойороҡ көтөп ултырманыҡ, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эштәргә үҙебеҙ тотона торғайныҡ, – тип дауам итә хәтирәләрен Резеда Талип ҡыҙы. – “Маяҡ” пионерҙар лагерын йәштәр һәм комсомолдар төҙөлөшө тип иғлан иттек.
Әйтергә кәрәк, ул йылдарҙа бер генә сара ла комсомолдар ҡатнашлығынан тыш үтмәне. Беҙ һәр ваҡыт район тормошо уртаһында ҡайнаныҡ. Район ойошма-учреждениеларында сәйәси уҡыуҙар үткәрә торғайныҡ. Мин РТП һәм ПМК-964 кеүек предприятиеларҙа дәрестәр уҙғарҙым, эшләүсе йәштәрҙең нисек йәшәүен яҡшы белә торғайным.
Ул йылдарҙа райондың өлкән класс уҡыусылары комсомолдың “Ҡыҙҙар, тракторға!” саҡырыуын ихлас ҡабул итте. “Тимер аттар”ҙы йүгәнләгән Н. Ғәлина, З. Закирова, Р. Сафина һәм В. Фәтиховаларҙың исемдәре тотош республикала билдәлелек яуланы. Киров исемендәге Ленинград трактор заводы комсомолсылары Нәҡиә Ғәлина өсөн исемле трактор әҙерләп сығарҙы”.
Йәштәрҙең әүҙем лидерын 1980 йылдың сентябрендә Киров исемендәге совхоз коммунистары үҙҙәренә секретарь итеп һайлай. Был совхоз районда иң эре хужалыҡтарҙың береһе булып тора. Уның территорияһындағы ауылдар район үҙәгенән иң алыҫ урынлашҡан. Партком секретары ал-ял белмәй ең һыҙғанып эшләй. Бер бүлексәнән икенсеһенә мотоциклда йөрөп, төрлө саралар ойоштора, ферма, баҫыу, ырҙын табағы хеҙмәтсәндәре менән осраша. Район коммунистары йыйылышында, өлкә партия конференцияһында партком секретары Р. Рамазанованың эш тәжрибәһе маҡтап телгә алына.
Резеда Талип ҡыҙы һөҙөмтәле һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты маҡтау ҡағыҙҙары һәм почет билдәһе менән наградланған.
Артабанғы хеҙмәт юлын Резеда Талип ҡыҙы Арыҫлан ауылы мәктәбе менән бәйләй, балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары йөгөн тарта. Ҙур йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуын дауам итә. Ул бөгөн дә тәрбиә эше менән шөғөлләнә, халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында ҡайғырта.
Тормош иптәше Юрис Ғилметдин улы Искәндәров менән татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.