“Красный Урал” АПК-һы водителе Юрик Туҡтаров (һүрәттә) 40 йылдан ашыу руль артында.
Юрик Миҙхәт улы сығышы менән Йыланлы ауылынан. Дүрт ир бала бик иртә әсәйһеҙ ҡала. Уларҙы өләсәләре тәрбиәләп үҫтерә. Аталары Миҙхәт ағай көнөтөнө колхоз эшенән бушамай, һарыҡ көтөүен ҡарай. Юрик урта мәктәпте тамамлағас, Учалы автомәктәбендә водитель һөнәрен үҙләштерә. “Красный Урал” колхозына эшкә ҡайтҡан егеткә “ГАЗ-52” үҙбушатҡысын ышанып тапшыралар.
Тиҙҙән уны Совет Армияһы сафына алалар. Биш ай Куйбышев ҡалаһы автомәктәбендә уҡый. Сержант Туҡтаров Польшаға ебәрелә, артиллерия ғәскәрҙәрендә “ЗИЛ-133” автомобиле водителе булып хеҙмәт итә.
Демобилизациянан һуң уны йәнә яратҡан эше көтә. Яуаплы һәм булдыҡлы егеткә яңы “ЗИЛ-133” автомобилен бирәләр, унда 12 йыл эшләй. Колхоздағы эш күп ҡырлы, айырым специализация юҡ. Юрик Миҙхәт улына ырҙын табағында ла, мал аҙығы әҙерләүҙә лә, юл төҙөүҙә лә ҡатнашырға тура килә. Иген дә, бесән менән сенаж да, ҡырсынташ һәм ҡом да, малдарҙы ла ташый. Машинаһын һәр саҡ төҙөк тота, ваҡытында техник хеҙмәтләндереүҙе һәм ремонтлауҙы башҡара. Техникаға һаҡсыл мөнәсәбәте арҡаһында эштә өҙөклөк булыуына юл ҡуймай. Бына 26 йыл инде ул үҙенә беркетелгән “ЗИЛ-4505” үҙбушатҡысында йөрөй.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта урып йыйыу эштәре тамамланған, орлоҡ һалынған. Ләкин Юрик Миҙхәт улының оҫта ҡулдарына эш табылып тора. Бына бөгөн дә ул фураж игенен тейәп, һөтсөлөк фермаһы бинаһындағы ваҡлағысҡа алып килде. Эш халатын кейеп, шофер иген ваҡларға, малдар өсөн ҡатнаш аҙыҡ әҙерләргә тотондо. Ҡыш дауамында сәсеү эштәренә әҙерлек бара, ә сәсеүҙән һуң мал аҙығы әҙерләргә, уңышты урып йыйырға кәрәк. Йыл әйләнәһенә ошолай дауам итә. Тырыш хеҙмәтсән йөкмәтелгән һәр бурысты еренә еткереп башҡара.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ю. Туҡтаров район хакимиәтенең, БР Ауыл хужалығы министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.
Йыланлы ауыл биләмәһендә Юрик Миҙхәт улы менән Вера Абрар ҡыҙының ғаиләһе өлгөлөләрҙән һанала. Татыу һәм эшһөйәр пар йорт һалып ингән, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Лилиә менә Юлиә юрист һөнәрен үҙләштереп, Силәбе ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Туҡтаровтар шәхси хужалыҡтарында һәр төрлө мал-тыуар аҫрай. Бына ошолай көндәлек намыҫлы хеҙмәт менән йәшәй ауылдаштары, хеҙмәттәштәре ихтирамын яулаған ғаилә.