Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2018, 19:44

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаклаусы идаралығы элекке Коммерция училищеһы биләмәһен сиктәрен раҫланы

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан «Коммерция училищеһы бинаһы» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты биләмәһенең сиктәрен раҫлау тураһында бойороғо баҫылған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы./
Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан «Коммерция училищеһы бинаһы» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты биләмәһенең сиктәрен раҫлау тураһында бойороғо баҫылған.
Документта биләмәнең схемаһы сиктәрҙең координаталары килтерелә.
Өфө коммерция училищеһы бинаһы – XX быуаттың беренсе яртыһындағы тарихи һәм архитектура һәйкәле. 1912 йылда архитектор А.К. Гуськовтың проекты буйынса һалынған.
1917 йылға тиклем бында коммерция һәм сауҙа өлкәһендә белгестәр әҙерләгән урта уҡыу йорто булған. Граждандар һуғышы осронда бина ҡыҙылармеецтар өсөн казарма итеп йыһазландырыла. Артабанғы йылдарҙа унда клуб, Пионерҙар йорто, Өфө авиация институты һәм Өфө ҡалаы музейы урынлашҡан. Бөгөн бина авиация колледжы корпустарының береһе булып тора.
2010 йылда уның тарихи йөҙө тергеҙелде. П рәүешендәге ике ҡатлы бина неоклассицизм һәм модерн элементтары менән «кирбес стилендә» төҙөлгән.
Читайте нас: