ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы./
Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының миҙгелле үҫеше теркәлә, грипп менән ауырыу теркәлмәй, сирҙең кимәле эпидемик сиктән түбән ҡала, тип хәбәр итә төбәк Роспотребнадзор идаралығы.
Республика халҡының 19,4%: 789 мең 683 кеше, уларҙан 640,6 мең кеше – өлкәндәр һәм 149 мең – балалар киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Өҫтәмә аҡса иҫәбенә 78,1 мең кешегә прививка яһалған.
Киҙеүгә ҡаршы булған вакциналар был эпидемиологик миҙгелдә көнүҙәк буласаҡ вирус штамдарынан һаҡлай.
«Вакцинация ауырыу үҫешә башланыуға тиклем 2-3 аҙна алдан уҙғарыла. Сентябрҙән ноябргә тиклем осор киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеү өсөн уңай ваҡыт булып һанала. Грипҡа ҡаршы прививканан һуң сирҙең эпидемик күтәрелеүенә тиклем иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрөүе мөһим», — тиелә ведомство хәбәрендә.