Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2018, 18:53

АРТИСТЫҢ ТӨП РОЛЕ

Архивта һарғайған гәзит биттәрен ҡараштырғанда мин ҡыҙыҡлы мәғлүмәт таптым. Алыҫ ваҡиғаларҙың шаһиты 1919 йылдың 6 ноябрендә Үрге Ҡыйғы ауылында (ул саҡта Дыуан-Көҙәй кантоны үҙәге) Бөйөк Октябрҙең икенсе йыллығы хөрмәтенә тантаналы сара: йыйылыш, спектакль һәм байрам концерты уҙғарылыуы тураһында бәйән итә. Пьесаның авторы һәм спектаклдә төп ролде башҡарыусы Зәйни Сөләймәнов-Тарский була. Драма түңәрәген ойоштороп, ул йәш үҙешмәкәр артистарҙы туплай. Улар араһында кантондың йәш инспекторы Нәҡи Сиражетдин улы Закировта (Нәҡи Иҫәнбәт – буласаҡ драматург, шағир,прозаик, ғалим) була.

Татар театр сәнғәте тарихына мөрәжәғәт итәйек.
Билдәле булыуынса, 1905 йылда уҡ Ҡазан уҡытыусылар мәктәбен тамамлаусы Ильяс Ҡоҙашов- Ашҡаҙарский һәүәҫкәр актерҙарҙан труппа ойоштора. 1906 йылда улар Ҡазанда тәүге спектаклдәрен ҡуя, Мортазин-Иманский дебют яһай. 1907 йылда Түбәнге Новгородта труппаға сәхипъямал Ғиззәтуллина-Волжская һәм Ғабдулла Кәриев килә. Ғабдулла Туҡайҙың тәҡдиме менән труппа “Сәйяр” (күсмә, сәйәхәт итеүсе) исемен ала. Актерҙарҙың даими бинаһы ла, эш хаҡы ла, уңайлы көнкүреш шарттары ла, ғаиләһе лә булмай. Улар тулыһынса үҙҙәрен театрға арнап йәшәй.
Ошо уҡ ваҡытта уларҙың холоҡ-фиғеле лә ябайҙарҙан булмай, ижади эшмәкәрлектәрендә бәхәстәр ҙә сығып тора. Иң тәүҙә труппаны Ҡоҙашов-Ашҡаҙарский, 1912 йылда Сәхипъямал Волжская ташлап китә. Һуңғыһы Өфө ҡалаһында үҙ труппаһын йыя һәм “Нур” исеме аҫтында сығыш яһай. Өсөнсө татар труппаһы “ширҡәт”1915 йылда Ырымбурҙа Мортазин-Иманский тарафынан ойошторола.
Шул арала “Сәйяр” труппаһына Кәрим Тиңсурин, Зәйни Сөләймәнов, Гөлсөм Болгарская, Фатима Ильская һәм башҡалар өҫтәлә. Уларҙың һәр ҡайһыһы татар театры тарихында сағыу эҙ ҡалдыра. Кем һуң ул, Зәйни Сөләймәнов - Тарский?
Сөләймәнов Зәйнелғәбиҙин Ғөбәйҙулла улы (Зәйни Сөләймәнов- Тарский) 1892 йылда Әстерханда донъяға килә. Татар театрының билдәле эшмәкәрҙәренең береһе була. Театр эшмәкәрлеген 1907 йылда Әстерханда башлай, 1914–1918 йылдарҙа “Сәйяр” труппаһында уйнай.
1917 йылдың яҙында Г. Кәриев “Сәйяр” труппаһын Мәскәүгә – Мәскәү художество театры спектаклдәренә алып бара. Актерҙар К.С. Станиславский менән осраша. Ләкин 1918 йылдың йәйендә, Ҡазанды колчаклылар яулап алыуы арҡаһында, труппаның эшмәкәрлеге туҡталып ҡала. актерҙар ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була.
Зәйни Сөләймәновтың 1918–1919 йылдарҙағы биографияһында – “аҡ тап”. Уның ошо ике йылдағы тормошона ҡағылышлы материалдарҙы тапманым. Ләкин 1919 йылда уның Үрге Ҡыйғыла булыуы һәм “Тарский” псевдонимын йөрөтөүе билдәле. “Сәйяр” труппаһының башҡа күпселек артистары ла псевдонимға эйә була. Уныҡы Әстерхан һүҙенән килеп сыҡҡандыр: “Астарханский” йәғни ҡыҫҡаса “Тарский”. Башҡаса аңлатма күрмәйем.
Билдәле булыуынса 1917 йылдың көҙөнән 1920 йылдың йәйенә тиклем Нәҡи Иҫәнбәт атау, Таҙтүбә һәм Үрге Ҡыйғы ауылдарында татар теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Мәҡәлә башында телгә алынған 1919 йылдың 6 ноябрендәге ваҡиғаның дөрөҫлөгө шик тыуҙырмай.
1919 йылда Зәйни Сөләймәнов тыуған ҡалаһы Әстерханға әйләнеп ҡайта һәм театр студияһын булдыра. Һамар ҡалаһында ла ошо эште ойоштора. 1922 йылда ул Ҡазанға күсә һәм татар театр техникумының тәүге директоры булып китә. Артабан барлыҡ ижад юлын Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар академия театрында эшләүгә арнай.
Зәйни Сөләймәнов – ТАССР-ҙың Халыҡ артисы (1939), РСФСР-ҙың Атҡаҙанған артисы (1940). Ғ. Камалдың “Тәүге Тамаша”һында – Хәмзә бай, К. Тиңсуриндың “Зәңгәр шәл”ендә – Ишан, М. Горькийҙың “Бөлгөнлөктә” пьесаһында – Лука, Н. Иҫәнбәттең “Мулланур Вәхитов” пьесаһында Әжим ролен башҡара. 1952 йылда донъя ҡуя һәм Ғабдулла Туҡайҙың ҡәберенән алыҫ түгел урында ерләнә. Ҡазандың бер урамына уның исеме бирелгән, ә ул йәшәгән өйгә мемориаль таҡта ҡуйылған. Беҙ яратҡан Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрының тарихы бына ошолайыраҡ башлана. Уның башында Башҡорт академия театрына, Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар академия театрына, Өфөләге “Нур” театрына нигеҙ һалыусылар менән бергә эшләгән Сөләймән-Тарский тора. Был һоҡланыу ҙа, ғорурлыҡ та, район тарихына ихтирам һәм һөйөү ҙә уята.
Рәмил Асҡаров, тарихсы.

Читайте нас: