Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2018, 18:20

ТЫЛСЫМЛЫ ТЕАТР ДОНЪЯҺЫНДА

Үрге Ҡыйғы ауылында “Серле шаршау” III республика балалар һәм йәштәр театрҙары конкурсы үтте. Театр сәнғәте – үҙе бер серле донъя, ҡабатланмаҫ матурлыҡ һәм илаһилыҡ. Ул бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Талантарға бай Ҡыйғы ерендә ошо көндәрҙә ““Серле шаршау”” республика балалар һәм йәштәр театрҙары конкурсы уҙғарылды.

Конкурсты жюри рәйесе, БР-ҙың һәм РФ- ның халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм жюри ағзаһы, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин асты. Ҡатнашыусыларҙы , ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы сәләмләп, улар йәш артистарға ижади уңыштар теләне.
“Серле шаршау” III республика балалар һәм йәштәр театрҙары конкурсында республика ҡала-ауылдарынан 12 коллектив ҡатнашты, актерлыҡ һәләттәрен 5–18 йәштәрҙәге йөҙгә яҡын бала күрһәтте.
Иң тәүҙә мәҙәниәт йорто “хужалары” – Үрге Ҡыйғы ауылының “Кәжигер” өлгөлө балалар театры коллективы йәш артистары сығыш яһаны. Улар тамашасылар һәм жюри хөкөмөнә “Булат ниңә яҡшы уҡый” спектаклен (пьеса авторы Г. Ғилманов) тәҡдим итте.
Билдәләп үтергә кәрәк, быйыл конкурста беҙҙең райондан 6 коллектив ҡатнашты. Был театр сәнғәте менән мауығыусы балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең артыуы, коллективтар етәкселәренең һөнәри кимәле күтәрелеүе тураһында һөйләй.
Конкурсҡа йомғаҡ яһап, абруйлы жюри Гран-прины Межгорье ҡалаһы “Пауза” өлгөлө балалар театры студияһына (етәксеһе Н.А. Грибкова) биреү тураһында ҡарар сығарҙы.
Салауат районы “Терем” өлгөлө балалар театр коллективы (етәксеһе Р. Йоносова) – I дәрәжә, Яңауыл ҡалаһы “Дебют” өлгөлө балалар театр коллективы (етәксеһе С. Хәмзин) – II дәрәжә, Ҡыйғы районы Йыланлы ауылы “Толпар” балалар театр коллективы (етәксеһе Г. Шәрәфетдинова) III дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
“Иң яҡшы мини- спектакль” номинацияһында Иглин районы “Максимум” театр коллективы (етәксеһе Г.Р. Ибәтова) билдәләп үтелде.
Үрге Ҡыйғы ауылы “Кәжигер” өлгөлө балалар театр коллективы (етәксеһе Э.Х. Теләүғолова), Салауат районы “Мөғжизәләр иле” өлгөлө балалар музыка театры (етәксеһе В.М. Садиҡова), Иҫке Мөхәмәт ауылы “Йәнгүзәл” балалар театр коллективы (етәксеһе Г.В. Вагайцева), Түбәнге Ҡыйғы ауылы “Замандаш – 2” өлгөлө балалар театр коллективы (етәксеһе Д.З. Мозаев), Дыуан районы “Ыласын” балалар театр коллективы (етәксеһе Л.З. Носратуллина) “Ҡатнашҡан өсөн” номинацияһында диплом менән бүләкләнде.
Абзай ауылы “Бөрөләр” өлгөлө балалар театры режиссеры С. Мәхмүтов, Арыҫлан ауылы “Буратино” балалар театр коллективы (етәксеһе А.А. Ғәлина) БР- ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзының махсус бүләктәренә лайыҡ булды.
Конкурсты тантаналы ябыу церемонияһында жюри ағзаһы, Мәҙәниәт министрлығы Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР- ҙың һәм Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Тәнзилә Ҡалмурзина республика кимәлендәге сараны ҡыйғыларҙың яҡшы ойоштороуын билдәләп үтте һәм рәхмәт белдерҙе.
Р. Мөхәмәтова

Читайте нас: