Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2018, 17:40

БИЛДӘЛЕ РӘССАМ ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ ҮТКӘРҘЕ

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәсамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Ғилем улы Шәйхетдинов Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда ““Апрель”” студияһы (етәксеһе Зөлфиә Квасняк) тәрбиәләнеүселәре өсөн рәсем сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Вәкил Ғилем улы – РФ һәм БР рәссамдары союзы ағзаһы. Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Рәсәй рәссамдары академияһы дипломына, Рәсәй рәссамдары союзы миҙалына һәм дипломдарына, ““ТӨРКСОЙ”” халыҡ-ара ойошмаһы дипломына эйә. Уның иҫәбендә – 20-нән ашыу персональ күргәҙмә. Ҡыйғыларҙың үтенесе буйынса ҡайһы бер эштәре район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында күргәҙмәгә ҡуйылған.

“Апрель студияһы” өсөнсө йыл эшләй. Был көндө 6–15 йәштәрҙәге тәрбиәләнеүселәр үҙҙәрен ысын пейзажсылар тип хис итә алды.
Тәжрибәле рәссам уларға тейешле йүнәлеш бирҙе, ижади процесҡа илһамландырҙы, ярҙам күрһәтте. Студияла балалар алдан төшөргән һүрәттәр билдәле рәссам хөкөмөнә ҡуйылғайны. Уның баһаһы балалар өсөн ҙур шатлыҡ булды.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур мауығыу менән эшкә тотондо. Дәрес аҙағына һәр уҡыусы мольбертта һоҡланғыс пейзаж тыуҙырҙы.
Профессиональ рәссам һәр ҡайһыһына маҡтау һүҙҙәрен, кәңәштәрен еткерҙе. “Мин ошондай иғтибарлы, талантлы һәм тырыш уҡыусылар менән шөғөлләнеүемә сикһеҙ шатмын,” – тине Вәкил Ғилем улы. Оҫталыҡ дәресе аҙағында “Апрель студияһы” етәксеһе З. Квасняк һәм тәрбиәләнеүселәре В. Шәйхетдиновҡа ҡыҙыҡлы дәрес өсөн рәхмәт белдерҙе.
Л. Саҙретдинова. З. Квасняк фотоһы.

Читайте нас: