Үҙ хеҙмәтем өҫтөндә эшләгәндә мин ҙур булмаған теоретик һығымта яһаным. Мәскәү архивынан алынған боронғо акттарҙа 1710–1712 йылдарҙа ҡыйғы исеме аҫтында ике ауыл телгә алына. Ул саҡта Үрге ҡыйғы ауыл Советы башлығы булып эшләгән Р.Р. Мирғәлин менән һөйләшкәндә мин беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың был ауылдарға үрҙә аталған документ барлыҡҡа килгәнгә тиклем бер нисә йыл алда нигеҙ һалғанлығы тураһында фекеремде еткерҙем. 1703 йылдан башларға кәрәк, тип фаразланым мин. Рәсәй ул ваҡытта Санкт-Петербургтың 300 йыллығын байрам итергә әҙерләнә ине. Рим Риф улы минең һығымталарымды иғтибар менән тыңланы һәм беҙ нәҡ ошо датаны нигеҙ итеп алырға, Үрге Ҡыйғы һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдарының 300 йыллығын “төньяҡ Венеция” юбилейы менән бергә билдәләргә хәл иттек.
2000 йылда минең “Боронғо замандарҙан башлап һәм XX быуат аҙағына тиклем ҡыйғы районы тарихы” тип аталған китабым донъя күрҙе. Ә бер йылдан Ә.З. Әсфәндийәровтың 9-сы китабы донъя күрҙе, унда ҡыйғы районы ауылдары тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Әнүәр Закир улы үҙ китабын минең китабым донъя күргәнсе сығармай торғандыр, тип уйлайым. Ул үҙ уҡыусыһының китабының үҙ “йөҙө” булыуын теләгәндер. Һөҙөмтәлә беҙҙең хеҙмәттәребеҙ бер-береһен уңышлы тулыландырҙы һәм улар менән бөгөн бик күп кешеләр файҙалана. Үҙ китабының баш һүҙендә профессор Ә.З. Әсфәндийәров: “Р.Р. Асҡаровтың ҡыйғы районы тураһында китаптарынан тыш, башҡа райондар буйынса әһәмиәтле эштәр юҡ тиерлек,” – тип билдәләй. Был минең хеҙмәтемә юғары баһа, тип иҫәпләйем.
Ә.З. Әсфәндийәров үҙ китабында килтергән белешмәләргә мөрәжәғәт итәйек: “1750 йылдың 4 декабрендә яһаҡ татары Нәүрүз Ярмәмәтов үҙенең иптәштәре менән мырҙалар волосы башҡорттарынан килешеү ала, унда “40 йыл элек ихатанан йылына 25 тин оброк түләү шарты менән Ҡыйғы ауылына 16 ихата яһаҡ татарҙарын индереүҙәре” күрһәтелгән була. Күрәһең, татарҙар 1710 йылда индерелә. ХVIII быуат аҙағынан типтәрҙәр булып киткән яһаҡ түләүсе татарҙар һәм мишәрҙәр башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә үҙҙәренең биләмәһе юридик нигеҙләнгәнсе 7 йыл йәшәгән була. 1703 йыл Ҡыйғы районының ике ауылына нигеҙ һалыныу ваҡыты булып тора…” (Башҡортостан ауылдары тарихы. 9- сы китап. Өфө. “Китап”, 2001. 204-205-се биттәр).
Беҙ Р. Мирғәлин менән хаталанмағанбыҙ, Әнүәр Әйфәндийәров беҙҙең һығымталарыбыҙҙы документтар менән дәлилләй. Шуға ла 2003 йылда Үрге һәм түбәнге ҡыйғы ауылдарының 300 йыллығын байрам итеү дөрөҫ булды. Быйыл беҙ райондың был ҙур ауылдарының 315 йыллығын билдәләйбеҙ.