Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2018, 14:23

ИСЛАМ ҠИММӘТТӘРЕ

Октябрь аҙағында мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты Өфө ҡалаһында “ХХII быуаттың мәғариф даирәһендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” ХII Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын уҙғарҙы. Был ғилми форум ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән өйрәнгән белгестәрҙе әҙерләү буйынса федераль проекты бойомға ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Дини белем биреү, ислам тарихы һәм мәҙәниәтте, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәштәргә тәрбиә биреү, асоциаль күренештәрҙе, экстремизмды киҫәтеү мәсьәләләре тикшерелде.

Форумға Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән: Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Египет, Иордания, Морокко, Тунис, Төркиә, Сүриә һәм Һиндостандан делегациялар йыйылды.
Беҙҙең райондан конференцияла Түбәнге Ҡыйғы ауылы мосолмандары дини ойошмаһы Советы рәйесе, урындағы мәсет мәхәлләһе имам- хатибы, райондың Почетлы гражданы В. Таһиров, имам- мөхтәсиб, ахун-хәҙрәт М. Ғибаҙуллин, Дүшәмбикә ауылы имам- хатибы Г. Әхмәтйәнов ҡатнашты. Конференцияла Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Стамбул ҡалаһы мөфтөйө Хәсән Камил Йылмаз, Болғар ислам академияһы профессоры Абдулраззак Абдулрахман Ассад, “Әл-Әзхәр” университеты (Египет) ректоры Мөхәммәт Хөсәйен Мәхрәсәүи, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, башҡа дин әһелдәре, власть органдары вәкилдәре сығыш яһаны.
Форумда ҡатнашыусылар хәҙерге заманда дини белем биреүҙе үҫтереүҙең төп стратегияһын билдәләне – мәғарифтың сифат яғынан яңы кимәленә күтәрелеү, донъяуи белем менән дини белем бер-береһен тулыландырған мәҙәниәтте булдырыу. “Һис шикһеҙ, конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡты һәм тыныслыҡты нығытыу беҙҙең төп маҡсатыбыҙ һәм изге бурысыбыҙ булып тора,” –тип билдәләне тағы ла бер тапҡыр Тәлғәт Тажетдин. Форум программаһы сиктәрендә пленар ултырыштар, секциялар, билдәле ғалимдарҙың лекциялары булды.
Н. Нәғимов

Читайте нас: