ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Стәрлетамаҡтың 77-се балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләүсе Мария Заплохова Башҡортостандың иң яҡшы тәрбиәсеһе тип танылды. Бөтә республиканан 50-нән ашыу мәктәпкәсә белем биреү педагогы ҡатнашҡан конкурсҡа Өфөлә йомғаҡ яһалды. Еңеүгә юл үҙеңдең интернет-ресурсың һәм белем биреү проекттарың менән таныштырыу, практик саралар, оҫталыҡ дәрестәре аша үтте. Конкурс финалсыларын республиканың мәғариф министры Әминә Шафиҡова ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдә һөнәри һөйләшеү көттө. Жюри бәйгеселәрҙең эшен – нисек дәрес уҙғарыуын, һөнәри табыштар барлығын һәм педагогик талантын бер ай буйына күҙәтте.
«Тамашасы һөйөүе призы» тағы бер Стәрлетамаҡ вәкиле Дания Тайсинаға тейҙе. Интернетта уның өсөн 56,3% ашыу тауыш бирелгән. Ул 11-се балалар баҡсаһында эшләй.