З. Шәмғолова етәкләгән өсөнсө класта ижади мөхит хөкөм һөрә. Балаларҙың күҙҙәрендә дәртле осҡондар уйнай, шул уҡ ваҡытта улар белем алыуға етди ҡарай. “Кескәй саҡта башҡа балалар һәм ҡурсаҡтар менән йыш ҡына “мәктәп” ойоштороп уйнар, уларға төрлө ваҡиғалар һөйләр, ысын уҡытыусы һымаҡ, дәфтәрҙәрен тикшерер, билдәләр ҡуйыр инем. Минең өсөн һәр саҡ әсәйем өлгө булып торҙо, уның ярҙамында ябай бер хәҡиҡәтте үҙләштерҙем – мәктәптә яҡшы эшләр өсөн балаларҙың төрлөһөн: тауышланыусан, тәртип боҙоусандарын да, ашығыусан йәки мыштыр булғандарын да, хатта һәр саҡ һуңға ҡалыусыларҙы ла, өйгә эш эшләргә йыбанғандарҙы ла ихлас яратырға кәрәк. Шул ваҡытта уҡ мәктәптәге эш белем биреү генә түгел, ҡатмарлы тәрбиә эше булыуын да яҡшы аңланым,” – тип һөйләй Зөһрә Үлмәҫ ҡыҙы.
Баланы тәрбиәләү өсөн, уға даими иғтибар бүлергә кәрәк, ә бының өсөн уҡытыусыға изге, рәхимле йөрәк, кескәй баланың күңелен аңлай белеү талап ителә, тип иҫәпләй педагог.
Үҙенең туған мәктәбендә балаларуҡытыуҙы ул 1990 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы факультетын тамамлағас башлай. “Минең тәүге класымда 20 бала уҡый ине. Үҙем йырларға, бейергә яратҡас, уларҙы ла шул һөнәрҙәргә өйрәттем, тәнәфестә лә, дәрестән һуң да төрлө уйындар ойоштора инек. Әлеге уҡыусыларым да әүҙемдәр, тырыштар. Беҙ улар менән район һәм республика конкурстарында теләп ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, 2017 йылда Наҙгөл Ғимаҙиева “Тәбиғәт яҙмышы – беҙҙең ҡулдарҙа” район иншалар конкурсында беренсе урын яуланы. Класыбыҙ менән торған урынды билдәләү, юл ҡағиҙәләрен белеү, шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашабыҙ. Алина Сәйетғәлина, Айһылыу Әхмәтова, Наил Шиһапов айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә”, – тип һөйләй Зөһрә Үлмәҫ ҡыҙы уҡыусыларының уңыштары хаҡында.
Ул уҡытып сығарған балалар төплө белемдәре һәм маҡсатлы булыуҙары арҡаһында өлкән кластарҙа ла һынатмай, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм олимпиадаларында ҡатнаша. А. Әхмәтова, С. Миңлейәров, И. Ғариповтар спорт буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән.
Зөһрә Үлмәҫ ҡыҙы ата- әсәләр менән берлектә Башҡортостандағы Ғаилә йылына арнап ҡыҙыҡлы саралар үткәргән. “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә”, “Алтын тирмә” һәм башҡа байрамдар балаларға бик оҡшаған.
Абзай ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы О. Гималова ла уҡытыусы хаҡында ыңғай фекерҙә: “Мәктәптә эше күп булыуға ҡарамаҫтан, Зөһрә Үлмәҫ ҡыҙы ауыл биләмәһендә үткәрелгән күп һанлы мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. Ул мөләйем, һәр кешегә ҡарата ихтирамлы, ябай ғына көндәлек ваҡиғаларҙа һәм ғәҙәти нәмәләрҙә матурлыҡты күрә белә, башҡаларҙы ла быға өйрәтә. Зөһрә Үлмәҫ ҡыҙы – хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше Илһам Ғабдулла улы менән ике һоҡланғыс ҡыҙ үҫтергәндәр. Уларҙың ғаиләһе ауылда өлгөлө булып һа- нала. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ әсәһе менән өләсәһенең һөнәрен һайлап, Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған, бөгөн туған мәктәбендә директорҙың тәрбиә буйынса урынбаҫары булып эшләй. Гөлдәриә әле Рәсәй дәүләт кооперация университетының Башҡортостан филиалының дүртенсе курсында уҡып йөрөй”, – тип һөйләне Олия Мәхмүт ҡыҙы.
Ауылдағы башҡа ғаиләләр һымаҡ, Шәмғоловтар ҙа ҙур хужалыҡ тота: мал аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, улар тир түгеп, хәләл көс менән йәшәргә күнеккән.