Комсомол ветерандарын йәштәр сәйәсәте комитетының баш белгесе В. Ғәниев ҡотланы. Үҙенең ҡотлау һүҙендә ул быуындар күсәгилешлелегенең ни тиклем мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йыйылыусыларҙың күбеһенең хәтерендә комсомол ғүмерҙәренең иң матур мәле, дәртле, төрлө ваҡиғаларға бай үҫмерлек һәм йәшлек йылдары булып һаҡланып ҡалған. Үҙ мәлендә комсомол значогын һәм билетын йөрөтөүселәр был йәштәр ойошмаһына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
“Беҙгә, комсомолсыларға, иң мөһим эштәрҙе лә ышанып тапшыра инеләр, беҙ һәр саҡ өлгө булырға тырыштыҡ. Күп йүнәлештәрҙә Ҡыйғы йәштәре республикала яңы эштәрҙе башлап ебәреүселәрҙән булды. Комсомол йылдарын һағынып иҫкә алам. ВЛКСМ-дың район комитетында эшләү минең киләсәк тормошома юл асты”, – тип һөйләне Д. Төхбәтуллин, ВЛКСМ район комитетының элекке тәүге секретары.
Шулай уҡ комсомол ойошмаһының иң әүҙем ағзалары: Р. Рамазанова, Д. Юлбарисова, А. Рабцевич, З. Сабирова, А. Ғибатова, Ж. Исмәғилев һәм башҡалар комсомол сафында үткән сағыу йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты.
ВЛКСМ-дың 1991 йылдың көҙөндә үткән һуңғы съезында, сәйәси ролен башҡарыуҙан туҡтаған ойошма булараҡ, комсомолдың тарҡалыуы хаҡында иғлан ителә, әммә Үрге Ҡыйғы ауылы комсомол ойошмаһы ағзалары ВЛКСМ-дың бер быуатлыҡ юбилейын тантаналы һәм күңелле итеп билдәләне. Сара барышында улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, күмәк уйындар ойошторҙо, гитараға ҡушылып, йәш саҡтарындағы кеүек, күмәкләп йырланы. Байтаҡ йылдар элек комсомол ойошмаһында эшләүселәрҙең күбеһе бөгөн дә йәмғиәт мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Улар әле лә дәртләнеп, ең һыҙғанып, тыуған ил именлеге, уның киләсәге өсөн көс түгергә әҙер.
Л. Саҙретдинова.