Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2018, 11:17

Мәғариф министрлығында балаларға хоҡуҡи ярҙам көнөндә мөрәжәғәт итҡәндәрҙең барыһына ла консультациялар бирелә

20 ноябрь — Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам көнө. Был көндә Башҡортостандың Мәғариф министрлығында мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла консультациялар бирелә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
20 ноябрь — Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам көнө. Был көндә Башҡортостандың Мәғариф министрлығында мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла консультациялар бирелә.
Көн дауамында ведомствола (Театр урамы, 5/2) иртәнге сәғәт 9-ҙән киске 6-ға тиклем 109-сы, 112-се бүлмәләрҙә хеҙмәткәрҙәрҙән балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, етем балалар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн социаль гарантиялар һәм башҡа ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуап алырға мөмкин.
Читайте нас: