Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2018, 13:46

ПОЛИЦЕЙ – ҺӨНӘР ГЕНӘ ТҮГЕЛ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ЛӘ

10 ноябрь - РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.Полиция хеҙмәте һәр саҡ хәүеф менән бәйле, ҙур сыҙамлылыҡ һәм рухи көс талап итә. Бында, ял һәм байрам көндәре булһынмы, шәхси ваҡытың менән иҫәпләшмәйенсә эшләргә кәрәк. Шуға ла осраҡлы кешеләрҙең был хеҙмәттә оҙаҡҡа ҡалыуы мөмкин түгел. Сөнки полицей – һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге коллективы үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй.
Полиция майоры Абдуллин Наил Йосопйән улы бүлектең тәжрибәле хеҙмәткәрҙәренең береһе булып тора. Уның хеҙмәт стажы – 16 йыл. Ғәҙеллеккә, тәртипкә ынтылышы, ҙур яуаплылыҡ тойғоһо уны ошо юлды һайларға этәрә. Шулай уҡ был һөнәрҙе һайлауына туғаны Рөстәм Барый улы Баймышевтың йоғонтоһо ла ҙур була.
Н. Абдуллин хеҙмәт юлын 2002 йылда дәүләт автоинспекцияһы инспекторы булып башлай. Артабан тәүтикшереү, енәйәтселәрҙе эҙәрлекләү бүлексәләрендә эшләй. 2011 йылда яуаплы һәм тырыш хеҙмәткәрҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
Наил Йосопйән улы һәр саҡ ваҡиғалар уртаһында. Уның етәкселеге аҫтында бер нисә резонанслы енәйәт асыла. Мәҫәлән, 2017 йылда районда микрофинанслау объекттарына һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың магазиндарына ватып инеп урлашыу осраҡтары йышая. Беҙҙең районда ғына 5 ошондай факт теркәлә. Күрше райондан ойошҡанлы енәйәти төркөмдөң эш итеүе асыҡлана. Ошо уҡ кешеләрҙең Салауат һәм Мәсетле райондарындағы 17 ошондай төр енәйәттә ғәйепле булыуы фаш ителә. Ә уға тиклем банкоматтарҙан аҡса урлауҙар туҡтатыла – төньяҡ-көнсығыш райондар буйлап Силәбе өлкәһендә йәшәүселәрҙең ойошҡанлы енәйәти төркөмө эш иткән була. Бында ла ғәйеплеләрҙе нәҡ беҙҙең район полицейҙары ҡулға ала.
Бүлек начальнигы урынбаҫары булараҡ, Наил Йосопйән улы коллективтың хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе киҫәтеү, енәйәттәрҙе асыҡлау һәм асыу буйынса эшмәкәрлеген көйләй. Юғары белемгә эйә. Дәүләт һәм ведомство наградаларына лайыҡ булған. 2014 йылда уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылған.
Полиция майоры барлыҡ буш ваҡытын ғаиләһенә арнай. Тормош иптәше Ольга Рәмил ҡыҙы менән ике бала үҫтерәләр. Яҡындары эргәһендә һәм хужалыҡ мәшәҡәттәре артында ул көсөргәнешле хеҙмәтенән ял итә, көс-энергия туплай.

З. Закирова. Автор фотоһы

Читайте нас: