Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2018, 10:56

Роспотребнадзор Яңы йыл байрамдары алдынан арзан хакка һатыуҙа алдау осрактары хакында иҫкәртә

Роспотребнадзор граждандарға Яңы йыл байрамдары алдынан күптәрҙең уҙғарылған акцияларҙың шарттарын тулы күләмдә аңлатып бирмәгән намыҫһыҙ һатыусыларҙың ҡорбандары булыуын иҫкәртә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Роспотребнадзор граждандарға Яңы йыл байрамдары алдынан күптәрҙең уҙғарылған акцияларҙың шарттарын тулы күләмдә аңлатып бирмәгән намыҫһыҙ һатыусыларҙың ҡорбандары булыуын иҫкәртә.
Атап әйткәндә, ҡулланыусыларҙы йыш ҡына ташлама менән һатып алынған тауарҙы кире ҡайтарып йәки алмаштырып булмай тип ышандыралар, тип хәбәр итә «Известия».
Ведомствола ысынында иһә акция буйынса һатып алынған теләһе ниндәй тауарҙы ғәҙәттәге тәртиптә алмаштырырға йәки кире ҡайтарырға мөмкин тип аңлаттылар. Миҫалға, тейешле сифатта булмаған йә иһә билдәле бер шарттар буйынса ҡулланыусыға тап килмәгән тауарҙы ҡайтарырға була. Һатып алыу көнөн иҫәпкә алмай 14 көн дауамында алмаштырырға мөмкин.
Ошо һорауҙар буйынса ялыуҙар менән Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығына мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас: