Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2018, 14:24

2020 йылда Дыуан районында ике яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса

Башҡортостандың Дыуан районында 2020 йылда ике яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Уларҙың береһе — районда иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Таҫтүбә халҡы өсөн күптән көтөлгән бүләк

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың Дыуан районында 2020 йылда ике яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Уларҙың береһе — районда иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Таҫтүбә халҡы өсөн күптән көтөлгән бүләк. 1974 йылда һалынған урындағы мәктәптә 150-гә яҡын бала уҡый. Белем усағының бер өлөшө авариялы тип танылған. Мәктәпкә күҙ йөрөтөп кенә сыҡҡанда ала артабан балаларҙы ошондай мәктәптә уҡытыуҙың хәүефле икәнен күрһәтә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәре барышында шуға иғтибар итте. Республика етәксеһе Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиевҡа проект эштәрен оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты.
«Беҙ балалар 2020 йылдың 1 сентярендә үк заманса, уңайлы мәктәпкә бара алһын өсөн Таҫтүбә ауылында яңы белем усағын төҙөүҙе республиканың адреслы инвестиция программаһына индерербеҙ», — тине төбәк етәксеһе.
Таҫтүбә мәктәбе директоры Елена Иванова әйтеүенсә, улар был ваҡиғаны күптән көтә.
«Балаларыбыҙ спорт менән әүҙем шөғөлләнә, уҡыуҙа ла күрһәткестәре һәйбәт, сығарылыш уҡыусыларының 50 проценттан ашыуы юғары уҡыу йорттарына инә, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төп өлөшө ҡалала төпләнә», — ти Елена Иванова.
Бәлки, яңы мәктәп йәштәрҙе ауылға ҡайтарырға булышлыҡ итер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Озеро ауылындағы белем биреү учреждениеһы тағы ла аяныслыраҡ хәлдә. Ул Һикәяҙ урта мәктәбенең филиалы булып тора. Бина уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә иҙән, түбә ҡот осҡос хәлгә килгән, ағас япмалар серегән тиерлек, спорт залы ла ауыр тәьҫир ҡалдыра. Бина ла авариялы һәм уҡытыу өсөн яраҡһыҙ тип табылған. Белем усағы директоры Татьяна Галстян Радий Хәбировтан яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһендә ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Төбәк башлығы уҡытыусылар менән аралашҡандан һуң уларҙың үтенесен хупланы һәм ошо ауылдағы мәктәп төҙөлөшөн 2020 йылға республиканың адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.

Читайте нас: