ӨФӨ, 2018 йыл, 12ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Мәктәптәрҙең аутсорсингка күсеүе Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла уңышлы бойомға ашырылманы. Уҙғарылған мониторинг күрһәтеүенсә, балалар рационына бик үк сифатлы булмаған аҙыҡ-түлек эләккән осраҡтар бар. Ата-әсәләр балаларға тәҡдим ителгән аҙыҡтың сифаты үҙгәреүенә, ата-әсәләр түләүенең артыуына, мәктәп ашханаларында ассортименттың ярлы булыуына борсолоу белдерә. Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының эш кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә аутсорсинг һөҙөмтәлелеге мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
«Аутсорсингка күскәндә бюджет аҡсаһын экономиялау хаҡында һүҙ барманы. Иң мөһиме — хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын арттырыу һәм системаға һалыу ине», — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышының бюджет комитеты рәйесе Рида Собханҡолова.
Уның һүҙҙәренсә, мәктәп туҡланыуы баҙары 6 миллиард һәм тәшкил итә, уларҙың яртыһы – ата-әсәләрҙең, ҡалған 3 миллиард һумы – бюджет аҡсаһы. Республика дауаханаларындағы туҡланыу баҙары тағы өс миллиард һум тәшкил итә. Дәүләт яғынан уңышлы индереү өсөн барлыҡ саралар күрелде, ләкин уларҙы бойомға ашырыу урындағы етешһеҙлектәрҙе асып һалды.
Аутсорсинг мәсьәләләре был өлкәлә конкуренцияның булмауы менән дә ҡатмарлаша. Ауыл ерендә берҙән-бер тәьминәтсе үҙенең шарттарын көсләп таға. Дәүләт Йыйылышының мәғариф буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, депутаттар үткәргән мониторинг йомғаҡтарына ярашлы, ауыл мәктәптәрендә белем биреү объекттарын һаҡлау, уларҙы йыйыштырыуҙың насарайыуы асыҡланған.
«Беҙҙең ауыл мәктәптәрендә йыйыштырыусы – билдәле фигура. Биналарҙы йыйыштырыуҙан тыш, ул гардеробсы ла, ҡыңғырау шылтырауы өсөн дә яуап бирә, ремонт менән дә шөғөлләнә. Мәктәптәрҙә ошо ставка ҡыҫҡартылғас, ремонт эштәрен каникул ваҡытында уҡытыусыларға эшләргә тура килә», — тип билдәләне Раил Әсәҙуллин.
Кәңәшмәлә әлеге мәсьәләлә ведомство менән үҙ-ара эш итеүҙең дә булмауы асыҡланды. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова һүҙҙәренсә, республикалағы 3000 белем биреү учреждениеһының 174-е генә уҡыусыларға килтерелгән аҙыҡтың сифатын тикшертеү өсөн «Һынау үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың күбеһе бер тапҡыр мөрәжәғәт иткән һәм шуның менән тынысланған. Республиканың Мәғариф министрлығы был мәсьәләне ҡаты контролгә алырға тейеш, тип иҫәпләй Гүзәл Аҫылова.