Ошо көндәрҙә район үҙәге халҡы ла йыйылыш уҙғарҙы. Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға 600-ҙән ашыу кеше килде. Йыйылыусылар программала ҡатнашыу ниәтен бер тауыштан хупланы, дөйөм көс менән хәл итергә кәрәкле проблемаларҙың бер нисәһен тәҡдим итте. Фекер алышыуҙарҙан һуң республика һәм урындағы бюджет, спонсорҙар һәм халыҡ аҡсаһы иҫәбенә 4-се һанлы “Башаҡ” балалар баҡсаһы тәҙрәләрен яңыртырға ҡарар ителде.
Асыҡ тауыш биреү юлы менән заявка, документтар әҙерләү, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн инициатива төркөмө һайланды.
Халыҡ мәктәпкәсә учреждениеның тәҙрәләрен яңыртыуға һәр кешенән 150 һум йыйырға килеште. Шул уҡ ваҡытта спонсорҙар – 100 мең, район хакимиәте – 360 мең һум бүләсәк. Республика бюджетынан 1 миллион һум күсереләсәк.
С. Фәимова. Автор фотоһы.