Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2018, 13:56

БЕҘ БИК БОРОНҒО ҺӘМ ҘУР ХАЛЫҠ 2-бүлек

(Дауамы. Башы 2018 йылдың 6 ноябрендәге 89-сы һанында). Тарих ғилемендә халыҡ йәшәгән теге йәки был урындың барлыҡҡа килеү йылы итеп уның тураһында документтарҙа тәүге телгә алыныу йылы алына.

(Дауамы. Башы 2018 йылдың 6 ноябрендәге 89-сы һанында).
Тарих ғилемендә халыҡ йәшәгән теге йәки был урындың барлыҡҡа килеү йылы итеп уның тураһында документтарҙа тәүге телгә алыныу йылы алына. Шунлыҡтан был дата дөп-дөрөҫ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ булып һаналмай. Мәҫәлән, археологик тикшеренеүҙәр кенәз Юрий Долгорукийҙың туғаны, кенәз Черниговскийҙы 1147 йылда Мәскәүгә ҡунаҡҡа саҡырыуынан байтаҡ алда был урындарҙа славян ҡәбиләләре йәшәүен раҫлай. Шулай уҡ беҙ йәшәгән яҡтарҙа ла халыҡтың бик борондан йәшәүе билдәле.
Күҙ ташлайым да йыраҡ үткәнемә,
Һөйөнөп ҡуям: ғәжәйеп үткәндәр.
Ата-бабаларым минең
Бында тыуып, бында үҫкәндәр.
Ниндәй халыҡ, кемдәр булған улар,
Кем ҡабыҙған тәүге усаҡты?
Тамырҙарҙа аға кемдәр ҡаны,
Болғар, нуғай әллә ҡыпсаҡмы?
Ошо хаҡта әле лә бәхәс бара,
Кемгә генә беҙҙе керетмәйҙәр.
Нәҫел-шәжәрәбеҙ эргәһендә
Тора фин-уғырҙар, төркиҙәр.
Был төбәктә төрки Аттилланың
Ейәндәре йәшәп ҡалғандар. Ошо хаҡта һөйләй табылдыҡтар,
Иҫке ҡәберлектәр, ҡурғандар.
(Идият Әширов)
Халыҡтың барлыҡҡа килеүе һәм таралып ултырыуы – оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс. Ҡыйғы ерлегендә ул ике – башҡорт һәм татар халҡының бер-береһе менән туғанлашыуы менән билдәләнә. Туған яҡ тарихында Көнбайыш Европа картаһында Бөйөк Болғар барлыҡҡа килгән Х быуат мөһим дәүер булып тора. Был бойондороҡһоҙ дәүләт көслө һәм ҡеүәтле була, уның менән иҫәпләшәләр һәм уға күрше илдәр, хатта Византия ла, ҡурҡыу менән баға. Болғарҙарҙың башҡорттарға йоғонтоһо ҙур була, был бигерәк тә әлеге Башҡортостандың урта, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ерҙәрендә йәшәүселәргә ҡағыла. Башҡортостан йылғаларының – Иҙел (Итиль), Ағиҙел, Ҡариҙел – исемдәре генә лә тап ошо хаҡта һөйләмәйме ни? Беҙҙең яҡҡа бик борондан башҡорт һәм татарҙар килеп ултырыуы хаҡында, сысылдап һәм чычылдап һөйләшеүсе төркөмдәрҙән тыш, тап Ҡыйғыса татарса-башҡортса ҡушып һөйләү теле формалашыуы ла һөйләй. Ә туған тел быуаттар буйына формалаша һәм халыҡ тарихының көҙгөһө булып тора. Туған телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалһаҡ, беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ бар. Туған тел юҡҡа сыҡһа, халыҡ та бөтәсәк.
922 йылда болғарҙар Ғәрәп хәлифәтенең үҙенән илселәр килеүе һөҙөмтәһендә Ислам динен ҡабул итә. Илселекте Сусан ар-Расси етәкләй, Әхмәд ибн-Фадлан сәркәтибе була. Яңы дин халҡы мәжүси динле булған күрше ерҙәргә лә тарала башлай. Ислам халыҡты ҡәбиләләргә бүлеүгә ҡаршы була, ул бер дин тотоусыларҙың барыһын да бер ҙур ғаиләгә туплай. Әлбиттә, Волга буйы һәм Урал мосолман донъяһы сауҙагәрҙәре, сәйәхәтселәре, ғалимдары һәм яҙыусылары иғтибарын үҙенә тарта. Яңы дин башҡорт һәм татар халҡының мәҙәниәте, йолалары бербереһен байытыуына, бер-береһенә тығыҙ үтеп инеүенә, ер эшкәртеүҙе һәм башҡа хужалыҡ эштәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
ХIII быуатта Алтын Урҙа барлыҡҡа килгәс, беҙҙең ерҙәр, болғарҙар, башҡорттар һәм башҡа халыҡтар Алтын Урҙа ханлығы составында инә. Уҡыусыларымдың иғтибарын шуға ла йүнәлтәм: был ваҡытта монголдар ҡалмаған була. Улар был ваҡытҡа ассимиляцияға дусар булып, үҙенең ысынбарлығы буйынса Алтын Урҙа татар дәүләте була. Миграция (күсеп йөрөү) һәр саҡ булған һәм буласаҡ, йәғни, Ҡыйғы ерендә бер ҡайсан да сит халыҡ йәшәмәгән. Ошо миҫалдар, факттар аша төп фекерҙе еткергем килә: беҙ, Ҡыйғы районының татарҙары һәм башҡорттары, бай тарихлы боронғо халыҡ, бөйөк һәм оло Рәсәй тарихының бер өлөшө.
ХVII һәм ХVIII быуаттарҙа ерҙәрҙе ыҙанлау башлана. Тап ошо ваҡытта ауылдар барлыҡҡа килеүен асыҡлаусы документтар барлыҡҡа килә, шул иҫәптән беҙҙең яҡтарҙа ла. Улар 1703 йылдың Үрге Ҡыйғы һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдарының барлыҡҡа килеү йылы булыуы тураһында һөйләй.

Р. Асҡаров, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. М. Хәлиуллин һүрәттәре. (Дауамы бар.)

Читайте нас: