Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2018, 13:20

ЙӘШ ДЕПУТАТТАР КҮП НӘМӘГӘ ҺӘЛӘТЛЕ

Ҡыйғы ере Башҡортостан Республикаһы Йәш депутаттары ассоциацияһының күсмә семинар кәңәшмәһен үткәреү майҙансығы булып торҙо һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙан 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙарҙы йыйҙы.

Тормоштан күренеүенсә, бөгөн республика һайлаусылары, ышаныс күрһәтеп, төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа үҙ тауыштарын инициативалы йәштәр файҙаһына бирә. “Беҙҙең районда, мәҫәлән, 35 йәшкә тиклемге 20 кеше ауыл һәм район советы депутаты булып тора. Бындай яуаплы өлкәлә улар үҙҙәренең тәүге аҙымдарын сәйәси- ижтимағи тормошҡа йәштәрҙе әүҙем ылыҡтырыу өсөн фекерҙәштәр командаһын туплауҙы маҡсат итеп ҡуйған Йәш депутаттар ассоциацияһы ҡанаты аҫтында яһай,” – тип билдәләне, йыйылышты асып, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов.
Башҡортостан Республикаһы Йәш депутаттары ассоциацияһы төҙөлөп, 3 йыл эшләү дәүерендә бик күп файҙалы һәм йөкмәт- келе проекттар әҙерләнгән. Уларҙың иң әһәмиәтлеләре менән йыйылыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ассоциацияның рәйесе В. Яковлев һәм уның урынбаҫары А. Шәйхетдинов таныштырҙы.
“Ҡатнашыусылар араһында “Йәш фермер мәктәбе” проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул эшһеҙ һәм ауылда ҡалырға теләүсе йәштәрҙең проблемаларын, уларҙы үҙ аллы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булдырыу юлы менән ваҡ ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү системаһына ылыҡтырып, комплекслы хәл итеүҙе тәҡдим итә. Мәктәптең төп маҡсаттары: крәҫтиән-фермер хужалыҡтары өлкәһендә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен төшөндөрөү, йәштәргә үҙ эштәрен уңышлы башлап ебәреү өсөн белем һәм оҫталыҡ биреү, бизнес-план төҙөү үҙенсәлектәренә өйрәтеү, ауыл йәштәре араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу. Теорияны өйрәнеүҙән тыш, буласаҡ фермерҙар республиканың иң уңышлы эшләүсе фермаларына барасаҡ, был өлкәлә тәжрибә туаплаған кешеләр менән осрашасаҡ. Проект Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында ла яҡлау тапҡан. Уҙған йылда, мәҫәлән, беҙҙең райондан яңы эш башлаусы ике фермер: Д. Шакиров (Ҡурғаш ауылы) һәм О. Ғиндуллин (Йыланлы ауылы) был мәктәптә уҡып ҡайтты. Быйыл унда белем алырға теләүселәр 15 ноябргә тиклем түбәндәге электрон адрес буйынса ғариза бирә ала: [email protected].
Шулай уҡ төбәк агропаркттарын, ҡулланыусылар кооперацияларын төҙөүгә, ҡалдыҡтарҙан килем алыуға булышлыҡ итеүсе һәм башҡа яңы проекттар ҡаралды. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иһә “Урындағы әүҙем кадрҙар” проекты сиктәрендә йәш депутаттарҙың уҡыуын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны,” – тип бүлеште беҙҙең менән семинар - кәңәшмәлә ҡатнашыусы В. Сәйфуллин.
С. Исмәғилева.

Читайте нас: