ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан буйынса Дүәлт автоинспекцияһы ағымдағы йылдың 10 айына йомғаҡ яһаны. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, юл фажиғәләренең 0,3%, йәрәхәтләнеүселәрҙең 3,2% кәмегән ваҡытта һәләк булыусылар һаны былтырғы күрһәткестән 5,4% артҡан. Республиканың 23 ҡала һәм районында ошо күрһәткестең артыуы күҙәтелә.
«Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Өфөлә булған, унда 50 кешенең, Өфө районы биләмәһендә — 21, Мәләүездә — 20, Иглиндә —19, Туймазыла 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөлә, Сибайҙа, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында аварияларҙың артыуы күҙәтелә», — тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-да.
Автомобиль һәләкәттәренең төп төрҙәре: машиналарҙың бәрелешеүе — юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм күләменән 44% һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу – 28% ашыу.
Өфө, Салауат ҡалаларында һәм Учалы, Архангел, Благовещен, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренең артыуы билдәләнгән.