Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2018, 18:56

“БЕҘҘЕҢ ТОРЛАҠ МӘСЬӘЛӘҺЕ ХӘЛ ИТЕЛДЕ!”

Күптән түгел райондан өс ғаилә “Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә ғаиләлә бала тыуғанда бирелә торған социальярҙам таныҡлыҡтарын алып ҡыуанды.

“Сер түгел, хәҙерге ваҡытта торлаҡ кредитын юллау – ауылда йәшәүселәрҙең күпселеге өсөн шәхси йортло булыуҙың берҙән бер юлы тип әйтерлек. Был социаль ярҙам – йәш ғаилә өсөн киләсәккә ышаныслы ҡарау нигеҙе. Ул республика бюджеты иҫәбенә бирелә һәм һатып алынған йәки төҙөлөп ятҡан торлаҡтың түләнмәгән хаҡын ҡаплау, йә иһә ипотека кредиты бурысының төп суммаһын һәм проценттарын түләү өсөн йүнәлтелергә мөмкин”,– тине район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов
тантаналы шарттарҙа Фассаловтар, Фәзләхмәтовтар, Ғилмановтарҙың ғаиләләренә көтөп алынған
документтарҙы тапшырғанда. Хакимиәт башлығы ғаиләләргә именлек, уңайлы шарттарҙа балаларын лайыҡлы граждандар итеп үҫтереүҙәрен теләне.
Бәхетле ата-әсәләр йәш ғаиләләргә күрһәтелгән иғтибар һәм ярҙам өсөн төбәк етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Был өс парҙың ғаилә тарихы оҡшаш: улар барыһы ла – дипломлы белгестәр, тыуған райондарында ғаилә ҡороп, икешәр бала тәрбиәләйҙәр, төрлө тармаҡтарҙаэшләйҙәр һәм… ипотека түләйҙәр.
“Ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләгән йәштәр өсөн иң төп проблема –шәхси торлаҡтары булмауы. Икенсе бала тыуғас, сығымдар айырыуса арта.Ғаилә ипотека түләгән осраҡта был бигерәк тә ныҡ һиҙелә – үҙебеҙҙең тәжрибәнән сығып ҡына ла әйтә алабыҙ. Беҙ бөгөн алған сертификат бурысыбыҙҙы ҡапларға ярҙам итәсәк, – тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште улар.
С. Исмәғилева. Автор фотоһы.
Читайте нас: