ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөлә Яңы 2019 йылға әҙерлек дауам итә. Совет районынан һуң баш ҡалала тағы бер яңы йыл шыршыһы барлыҡҡа килде. Уны Октябрь районында «О'кей» гипермаркеты алдында ҡуйғандар.
«Шулай уҡ «Июнь» сауҙа-күңел асыу үҙәге алдында шыршының каркасы әҙерләнә. Урман һылыуҡайҙары ун бер сауҙа предприятиеһы алдындағы майҙанды биҙәргә тейеш. Ленин майҙанында, Спорт һарайы алдында, Ҡашҡаҙан паркында һәм Нуғай биҫтәһендә боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә», — тип хәбәр иттеләр Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда төп яңы йыл шыршыһының 21 декабрҙә ойошторолоуы хаҡында хәбәр итҡәйне. Указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.