Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2018, 17:43

Өфө Рәсәй ҡалалары араһында таҙалыҡ буйынса 52-се урынды биләй

Рәсәй ҡалалары араһында Өфө таҙалыҡ рейтингында 52-се (миллионлы ҡалалар араһында бишенсе) урынды биләй. Тикшереүҙе Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы белгестәре үткәргән һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаланың таҙалығын 6,2 балға баһалауын асыҡлаған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Рәсәй ҡалалары араһында Өфө таҙалыҡ рейтингында 52-се (миллионлы ҡалалар араһында бишенсе) урынды биләй. Тикшереүҙе Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы белгестәре үткәргән һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаланың таҙалығын 6,2 балға баһалауын асыҡлаған. Респонденттарға «Минең районымда таҙа, сүп-сарҙы ваҡытында түгәләр» фекерен 1-ҙән алып 10-ға тиклемге шкала буйынса баһаларға тәҡдим иткәндәр, унда 1— «тулыһынса риза түгелмен», ә 10 «тулыһынса ризамын» тигәнде аңлата. Һәр ҡала өсөн уртаса балл иҫәпләнгән, ул халыҡтың райондарҙың таҙалығы һәм сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙары менән ҡәнәғәтлек дәрәжәһен сағылдыра», — тип аңлатты белгестәр.
Миллионлы ҡалалар араһында беренсе урында — Краснодар. Артабан Мәскәү, Ҡазан һәм Санкт-Петербург килә. Рәсәйҙең иң таҙа ҡалалары иҫәбенә Анапа, Сорғот һәм Саранск ингән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Өфөлә таҙалыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк» тип билдәгәйне.
Читайте нас: