Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2018, 17:03

ГЕОГРАФИЯҒА ҺӨЙӨҮ МЕНӘН

География фәнен популярлаштырыу һәм Рәсәй географияһына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында йыл һайын үткәрелгән Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы – ““География диктанты”” үтте. Башҡа Рәсәй һәм сит ил халҡы менән бер рәттән, был акцияла Ҡыйғы халҡы ла ҡатнашты.

Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы диктант яҙыу майҙансығы булып торҙо, бында Рәсәй география йәмғиәтенең район бүлеге штаб- квартираһы урынлашҡан. Уның етәксеһе Ф. Сәхәүетдинов: “Рәсәй география йәмғиәте был сараны дүртенсе тапҡыр уҙғара, беҙҙең районда ул өсөнсө тапҡыр ойошторола,” – тип билдәләне, йыйылыусыларҙы йылы тәбрикләп. Халыҡ-ара йыһан станцияһынан космонавт-һынаусы С. Прокофьев видеоэлемтә аша диктант яҙырға килеүселәргә уңыштар теләне. Яратҡан фәндәре буйынса белемдәрен тикшереп ҡарарға райондан 72 кеше теләк белдерҙе. Иң йәш ҡатнашыусы А. Әлбиев (5-се класта уҡый) булһа, иң өлкәне – хаҡлы ялдағы ветеран-педагог Ф. Ғиззәтуллин ине. Диктант алдынан ҡатнашыусылар викторинала үҙҙәрен һынап ҡараны, Рәсәй география йәмғиәте хаҡындағы белемдәре менән уртаҡлашты. Артабан улар 30 һорауға яуап бирҙе. Ҡатнашыусылар диктант һөҙөмтәләрен 30 ноябрҙән һуң идентификация номерҙары буйынса http://dictant.rgo.ru сайтында белә ала. Ҡатнашыусылар фекере буйынса, быйылғы һорауҙар уҙған йылдарҙағы менән сағыштырғанда, бик үк ҡатмарлы булмаған. Әйткәндәй, акцияның даими ҡатнашыусыһы, географияны яҡшы белеүсе һәм әүҙем сәйәхәтсе А. Ғәйфуллин 2017 йылда мөмкин булған 100 балдан 93 балл йыйған.
Л. Саҙретдинова

Читайте нас: