Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2018, 16:18

АУЫЛ КҮРКЕ – БАЛАЛАР

Район үҙәгендә Үрге Ҡыйғы ауылының 315 йыллығына арналған саралар дауам итә. Шулар иҫәбендә “Ҡыйғы принцессаһы” балалар конкурс-күңел асыу программаһы уҙғарылды. Уның ойоштороусыһы булып Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауылбиләмәһе хакимиәте сығыш яһаны.

Район үҙәге балалар баҡсаларына йөрөүсе 5–6 йәштәрҙәге һигеҙ ҡыҙ тамашасыларға матурлыҡ байрамы бүләк итте. Күптәре өсөн был тәүге ҙур һынау ине, улар ата-әсәләре, тәрбиәселәре менән алдан ентекле әҙерләнгән.
Конкурстың тәүге минуттарынан ҡыҙҙар үҙҙәренең мөләйемлеге, тәбиғилеге менән хайран итте. Сығыштар 5 баллыҡ система буйынса баһаланды. Кескәй ҡатнашыусылар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары, мауығыуҙары, хыялдары тураһында һөйләне, матур күлдәктәрен күрһәтте, шиғырҙар уҡыны, йырланы һәм бейене.
Был ижади сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тик еңеүгә лайыҡлы ине. Ләкин судьялар бер генә еңеүсене билдәләргә мәжбүр булды.
“Мисс Талант” номинацияһында А. Рәхмәтуллина билдәләп үтелде. Р. Мостафина – “Мисс Һоҡланыу”, Р. Әхмәтова – “Мисс Һөйкөмлөлөк”, С. Хөрмәтуллина – “Мисс Үҙенсә- леклек”, А. Сәхәүетдинова – “Мисс Грация”, А. Миличенко – “Мисс Муза”, Р. Фәттәхова – “Мисс Бейеүсе” тип танылды. Ә “Ҡыйғы принцессаһы–2018” титулын жюри С. Сияроваға бирергә хәл итте. Барлыҡ ҡыҙҙарға шәхси эшҡыуар Р. Вәлиева әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н. Шәмиев конкурсты уҙғарыу инициативаһын хуплап ҡаршы алғандары, әүҙем ҡатнашҡандары, балаларҙы тәрбиәләүҙәге ижади ҡараштары өсөн ата-әсәләргә һәм тәрбиәселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Н. Нәғимов. Н. Саҙретдинов фотоһы.

Читайте нас: